САРМАНАЙ
+13 °С
Облачно
Новости
10 Декабря 2024, 09:15

Беҙҙә сит ғаиләләр юҡ

Иғтибар һәм ҡайғыртыусанлыҡ – махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларҙың ғаиләләренә бөгөнгө көндә иң кәрәге.

Добавить в предпочтительные источники Google
Беҙҙә сит ғаиләләр юҡБеҙҙә сит ғаиләләр юҡ
Беҙҙә сит ғаиләләр юҡ

 

Әлеге бурысты Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров бөтә хакимиәт органдары алдына ҡуйды. Бындай ғаиләләргә системалы ярҙам күрһәтеү өсөн республика Башлығы Указы менән мобилизацияланған яугирҙәребеҙҙе аҡсалата тәьмин итеүҙең федераль гарантияларына, уларҙың эш урындарын һаҡлауға, кредиттар буйынса ташламаларға һәм башҡа социаль ярҙамға өҫтәмә рәүештә ярҙам саралары эшләнгән. Тура элемтә ваҡытында да төбәк Башлығы Радий Хәбиров махсус хәрби операциянан ҡайтҡан хәрбиҙәрҙе реабилитациялау мөһимлегенә иғтибар йүнәлтте. Махсус операцияла ҡатнашыусыларҙы рәсмиләштереү буйынса эшсәнлек әлеге ваҡытта көнүҙәк түгел, әммә беҙҙең алда хәрбиҙәргә тыныс тормошҡа әйләнеп ҡайткандан һуң социалләшергә ярҙам кеүек бурыс тора. “Граждандарҙы яңынан уҡытыу буйынса федераль программа бар, был маҡсатка йыл һайын 700 миллиондан 1 миллиард һумға ҡәҙәр аҡса бүленә. Был программала ҡатнашыусылар яңы һөнәрҙәр үҙләштерә ала. МХО-ла ҡатнашыусылар республикаға әйләнеп ҡайткандан һуң идара итеү системаһында эшләй ала”, – тип билдәләне Радий Хәбиров. "Әгәр дошманға ҡаршы көрәшеүсе бөтә егеттәрҙе исәпләһәк, барығыҙ ҙа аңлайһығыҙ – улар ҡайта башлағас күп буласаҡтар. Әлеге ваҡытта ҡайтыусыларҙың күпселеге – яраланған яугирҙәр. Тәү сиратта беҙ уларҙы реабилитациялау тураһында уйлайбыҙ. Хәҙер улар әкренләп депутаттар итеп һайланалар. Беҙҙә Илеш районында бер яугир ауыл биләмәһе башлығы булды. Егеттәр ҡайтып "Ватан һаҡсылары" фондына мөрәжәғәт итәләр, улар бөтә мохтажлыҡтарҙы аңлайҙар. Әлегә был эшсәнлек бик ҙур күләмле түгел. Алда уның күләме шаҡтай артасаҡ. Уларҙың күбеһе үҙ урындарына ҡайтасаҡ. Яугирҙәрҙең донъяға ҡарашы ла үҙгәрә, улар үҙ тормоштары траекторияһын башҡа төрле итеп күрәләр. Һәм беҙ, улар үҙ эстәренә йомолмаһын өсөн, уларга ярҙам итергә тейешбеҙ. Яңынан уҡытыу ҙа буласаҡ. Уларҙы етәкселәр системаһында ла күрәсәкбеҙ. Был беҙҙең идара итеү командаһын нығытасаҡ", – тине ул.

Махсус хәрби операцияла илебеҙ мәнфәғәттәрен яҡлап ҡайтыусы геройҙар беҙҙең районда ла бар. Геройҙар үҙ урындарын һуғышта ғына түгел, тыныс тормошта ла таба. Быны алғы һыҙыҡтан ҡайтып, республика һәм ил хаҡына хеҙмәт итеүҙәрен дауам иткән махсус хәрби операция ветерандары дәлилләй. Руслан Әнәс улы Латипов БР Эске эштәр министрлығының юғары мәктәбен тамамлаған, 20 йылдан артыҡ хоҡуҡ һаҡлау органдарында намыҫлы хеҙмәт иткән. 2022 йылдың октябрендә Краснодар өлкәһенән ирекле отрядтарының береһе составында илебеҙ мәнфәғәттәрен яҡларға китә. Яҙмам геройын “Герой” тиһәм дә, яңылышмам – ул махсус хәрби операцияда күрһәткән батырлыҡтары өсөн «Батырлыҡ өсөн» миҙалына эйә.

 

“Ватанды һаҡлаусыларҙы мәктәптән үк тәрбиәләү мөһим. Быға мин үҙ тәжрибәмдә инандым. Өсөнсө синыфта белем алғанда беҙҙә “Батырлыҡ дәресе” үтте. Ватанпәрүәрлек хисе менән һуғарылган дәрестә Афған һуғышы тураһында һөйләнеләр. Шул ваҡытта уҡ мин: “Үҫеп, буйға еткәс, мин дә Туған илемде лайыҡлы һаҡлармын”, – тигән фекергә килдем. 2022 йылдың февраль айында махсус хәрби операция башланды. “Минең ваҡыт етте, тип уйланым да, контракт төҙөшөп, илем мәнфәғәттәрен яҡларға юл тоттом”, – ти Руслан Әнәс улы.

 

Бөгөнгө көндә махсус хәрби операция ветераны муниципальрайон хакимиәтендә граждандар оборонаһы буйынса мобилизацион әҙерлек бүлеге начальнигы булып эшләй. Ҡыҫҡаһы, МХО-да ҡатнашыусы яуғир яҡташтарыбыҙға төрлө яҡлап ярҙам күрһәтә. “Кемдер ялға ҡайтҡас, йорт һатып алырға ниәтләй, кемгәлер реабилитация үтергә кәрәк, ҡайһына тейешле ташламаларҙы рәсмиләштерергә – һәр кемдең үҙ үтенес-һорауы. Хәрбиҙәрҙең күбеһе үтенестәре менән тәғәйен ҡайҙа мөрәжәғәт итергә белмәй. Был осраҡта мин уларға райондағы “Ватанды һаҡлаусылар фонды” менән берлектә төрлө яҡлап ярҙам ҡулы һуҙам. Һөйләшеп кенә ултырырға килеүселәр ҙә бар. Мәғлүмәти ярҙам менән бер рәттән яҡташтарыбыҙға рухи ярҙам дә бик мөһим бит. Берҙәм булһаҡ, берләшеп эшләһәк, махсус хәрби операциялағы яугирҙәребеҙгә дә еңелерәк булыр һәм Еңеү үҙен оҙаҡ көттөрмәс, – тип асһыҙыҡланы Руслан Әнәс улы, әңгәмәгә йомғаҡ яһап.

 

 “Республикала 2022 йылдың октябренән Донецк Халыҡ Республикаһы, Луганск Халыҡ Республикаһы, Херсон һәм Запорожье өлкәләре, территорияларында үткәрелә торган махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы граждандарҙың гаиләләренә ярҙам күрһәтеү буйынса раҫланған саралар планын ғамәлгә ашырабыҙ. Уны тормошҡа ашырыуҙа Башҡортстандың профилле министрлыҡтары һәм ведомстволары, шулай уҡ республиканың муниципаль райондары һәм ҡала округтары хакимиәттәре, ижтимағи һәм волонтерлыҡ ойошмалары ҡатнаша. «Ватан һаҡсылары» фондының төбәк филиалдары етәкселәре, ведомстволар менән хеҙмәттәшлек итеп, махсус хәрби операция ветерандарына һәм һәләк булғандарҙың ғаиләләренә шәхси адреслы ярҙам күрһәтеү буйынса етди бурыстар башҡара. Һуңғы ваҡытта махсус хәрби операция ветерандарына һәм уларҙың ғаилә ағҙаларына төрлө ғариҙалар, мөрәжәғәттәр төҙөгәндә түләүле юридик хеҙмәттәр тәҡдим итеүсе фирмалар әүҙемләште. Махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан хәрби хәрәкәттәр ветерандарына, ә улар һәләк булған осраҡта, гаилә ағзаларына һәр яҡлап ярҙам күрһәтәбеҙ. Һүҙ шәхсән оҙатып йөрөү тураһында бара, беҙ, социаль координаторҙар, байтаҡ мөһим мәсьәләләрҙе һәм вәзғиәттәрҙе хәл итеүҙә ярҙамлашабыҙ. Мәсәлән, хәрби хәрәкәттәр ветераны статусын алыу, документтарҙы рәсмиләштереү һәм яңынан яһатыу, социаль хезмәттәр һәм ярҙам саралары, психологик ярҙам, медицина реабилитацияһы, паллиатив медицина, шифахана-курорттарға юлламалар алыу, дауаланыу, медикаменттар менән тәьмин итеү, торлаҡ биналарҙы һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгән граждандар ихтыяждарына тура китереү һәм башҡалар. Фондҡа махсус хәрби операцияла ҡатнашыусылар мөрәжәғәт иткән беренсе һәм бик мөһим мәсьәлә – хәрби хәрәкәттәр ветераны таныҡлығын алыу. Әгәр хәрбиҙең бөтә документтары ҡулында булһа, хәрби хәрәкәттәр ветераны статусын рәсмиләштереүгә күп ваҡыт талап ителмәй.Тағы бер айырыуса мөһим аспект – социаль ярҙам саралары, шул исәптән төрлө түләүҙәр, компенсациялар, ташламалар, медицина һәм психологик ярҙем алу, ә кәрәк булганда – медицина реабилитацияһы үтеү. Фонд шулай уҡ махсус хәрби операцияла хәбәрһеҙ юғалғандарҙың туғандары менән дә эшләй. 2023 йылдың 1 июненән республика буйынса “Ватан һаҡсылары” фонды 55 меңдән артыҡ мөрәжәғәт ҡабул итте, шуларҙың 53 меңгә яҡыны хәл ителде. Социаль координаторҙарға юридик консультация һорап, медицина һәм психологик ярҙамға ҡағылышлы һорауҙар менән мөрәжәғәт итәләр. Саҡмағош районында фондҡа 200-гә яҡын кеше төрлө һорауҙар менән килде. Уларҙың һәр ҡайһына тейешле ярҙам күрһәтелде, консультациялар бирелде”, – ти йәмәғәтселек фекере лидеры, муниципаль район хакимиәте башлығының контракт буйынса РФ Ҡораллы Көстәренә ҡабул итеүҙең мәғлүмәти эшсәнлеге буйынса йәмәғәт кәңәшсеһе Айҙар Фәнил улы Насиров.

Беҙҙә сит ғаиләләр юҡ
Беҙҙә сит ғаиләләр юҡ
Беҙҙә сит ғаиләләр юҡ
Автор:Лиана Ханмурзина
Читайте нас