САРМАНАЙ
-5 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
25 Ноябрь , 14:15

Бер һуҡмаҡтан – илле йыл

Ғаилә ныклығын, берҙәмлеген һаҡлап, 50 йыл бергә аңлашып йәшәгән парҙар һәр ваҡыт күңелдә хөрмәт һәм һоҡланыу уята.

Бер һуҡмаҡтан – илле йыл
Бер һуҡмаҡтан – илле йыл

 

Яңы Ғүмәр ауылында йәшәүсе Әлфиә һәм Рим Ғилмановтар –50 йыл ҡулға-ҡул тотоношоп бер һуҡмаҡтан атлаусы парҙарҙың береһе. Әлфиә апа менән Рим ағаҙы (уҡытыусы булғас, уны гел ағый тип йөрөтәләр) кесеһе лә, олоһо ла хөрмәт итә, сөнки улар тырыш хеҙмәте менән ауылдаштары араһында тәрән ихтирам яуланы.

2024 йыл Ғилмановтар өсөн ғаилә байрамдарына бай булды. Март айында ғаилә башлығы – 85, октябрҙә хужабикә – 70 йәшлек юбилей байрамдарын үткәрҙеләр. Ноябрҙә өйҙәрендә алтын туй тантанаһы үтте. 

Рим Сабит улы 1939 йылдың 20 мартында Яңы Ғүмәр ауылында туғыҙ балалы ғаиләлә етенсе сабый булып донъяға килә. Яңы Ғүмәр ауылында – башланғыс синыфтарҙа, Иҫке Ғүмәрҙә ете йыллыҡ мәктәптә уңышлы уҡып сығып, Кушнаренко педагогия училищеһына уҡырға инә. Икенсе курсты тамамлағас, әлеге уҡыу йорто ябылыу сәбәпле, уҡыуын Бәләбәй педагогия училищеһында дауам итә. 1958 йылда дипломлы белгес юллама буйынса Ҡырмыҫҡалы районына  ебәрелә. Унда 3 йыл уҡытҡас, үҙебеҙҙең районға эшкә саҡырыла. 1961 йылда тыуған ауылындағы башланғыс мәктәпкә директор һәм уҡытыусы итеп тәғәйенләнә. Шул замандағы «йола» буйынса уҡытыуҙан тыш  йәмәғәт эштәрендә лә актив ҡатнаша.

1954 йылда Рим Сабит улы Иҫке Туҡмаҡлы ауылында тыуып үҫкән Әлфиә Хисмәтова менән таныша. Тиҙҙән йәштәр, ҡауышып, ғаилә ҡора. Матур туй үтә. Әлфиә апай бухгалтер белгеслегенә уҡып, диплом алып ҡайтҡан була. Ул Рим абый янында мәктәптә оҙайтылған көн төркөмөндә эшләй башлай.

Бына инде 50 йыл буйы улар бөтә эштәрҙе лә бергә башҡара. Ауылдағы төрлө сара, байрам кисәләрен гөрләтеп үткәрәләр. Сценарийҙарҙы Рим ағай үҙе яҙа, ул  Яңы йыл байрамында Ҡыш бабай, ә Әлфиә апай Ҡарһылыу була.

Әлфиә Шәрип ҡыҙы – тирә-яҡта билдәле аш-һыу оҫтаһы. Ул бешергән ризыҡтар иң тәмлеһе булыуын бар ҙа белә. Ауылдаштары ҡунаҡҡа барғанда, йә иһә ҡунаҡ саҡырһа, туй мәжлестәре үткәрһә, йыуаса, сәк-сәк  әҙерләп ярҙам итә. Һүҙгә, йырға ла һәләтле.

Ғилмановтар бөгөн дә эшһеҙ тормай, хәрәкәттә – бәрәкәт, тип йәшәйҙәр. Элеккесә күпләп мал тотмаһалар ҙа, ҡош-ҡорт ҡарайҙар, ҙур баҡсалары бар. Күп йылдар ҡаҙ, өйрәк, тауыҡтарҙы йөҙәр башҡа  еткереп аҫыранылар. Ҡаҙ өмәләрен дә гөрләтеп үткәргән саҡтары йыш булды. Быйыл да йөҙ баш ҡаҙ үҫтерҙеләр.

Алтын парҙың төп байлығы – улдары Илнур һәм ҡыҙҙары Гөлназ, Айгөл. Рим ағай менән Әлфиә апай бөгөнгө көндә балалары өсөн ҡәҙерле ата-әсәй, биш ейәнгә хөрмәтле нәнәй һәм ҡартатай.

Беҙҙең хәбәрсебеҙ.

 

Автор:Айгөл ВӘЛИЕВА
Читайте нас: