САРМАНАЙ
+1 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
2 Ноябрь , 12:35

Оҙон ғүмерле инәй

Оҙон ғүмерле әбей-бабайҙар – һәр ауылдың ғорурлығы, йәш быуын өсөн батырлыҡ һәм сабырлыҡ өлгөһө. Ана шундайҙарҙың береһе – Иҫке Ҡормаш ауыл биләмәһенен Сөлтөп ауылында ғүмер кисереүсе Дания әбей Ғәҙиева 95 йәшлек юбилейын билдәләне.

Оҙон ғүмерле инәй
Оҙон ғүмерле инәй

 

Дания әбей ябай ғына нәмәләргә лә һөйөнөп йәшәй белә, күтәренке һәм ыңғай кәйефе менән әйләнә-тирәләгеләрҙе лә яны ҡаҙыныштарға илһамландыра.

Ғүмере эштә үтә. Хеҙмәт юлын бар нескәлектәре менән хәтерләй. Яҙмыш алдына ниндәй генә мәшәҡәттәр, ҡаршылыҡ-ауырлыҡтар сығарһа ла, күңелен төшөрмәгән, рух күтәренкелеген һаҡлап ҡала алған. Йортонда ла уңайлылыҡ тыуҙырған – ҡайҙа ғына ҡарама, бар ерҙә тәртип хөкөм итә. Аш-һыуға ла оҫта, шуға ла ул әҙерләгән ризыҡ рецептары быуындан-быуынға күсә бара.

Бөгөн Дания инәй яҡындарының һөйөү һәм хәстәрлеген тойоп йәшәй.

 

Автор:Беҙҙең хәбәрсебеҙ.
Читайте нас: