САРМАНАЙ
+2 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
Новости
31 Октябрь 2024, 12:25

Диктант яҙып, белемегеҙҙе һынап ҡарағыҙ!

Быйыл “Ҙур этнография диктанты” IX Дөйөм Рәсәй акцияһы “Халыҡтар күп – илебеҙ берәү генә” лозунгы менән үтә.

Диктант яҙып, белемегеҙҙе һынап ҡарағыҙ!
Диктант яҙып, белемегеҙҙе һынап ҡарағыҙ!


Диктант һорауҙарына miretno.ru. рәсми сайтында 1 ноябрдән 8-нә ҡәҙәр яуап биреп буласаҡ. Биремдәр 30 һорауҙы берләштергән тест рәүешендә тәҡдим ителә. Уларҙың йөкмәткеһе түбәндәгесә: –20 һорау – Диктанттың дөйөм федераль өлөшө, бөтә ҡатнашыусылар өсөн –10 һорау – Диктанттың төбәк өлөшө, Рәсәй Федерацияһының һәр субъекты, шул иҫәптән Башҡортостан өсөн дә, айырым. Бөтә һорауҙарға дөрөҫ яуап биргән осраҡта иң юғары күрһәткескә ирешеп, 100 балл йыйарға була. Диктантты яҙыу өсөн 45 минут ваҡыт бүленә. Һорауҙарға яуаптарҙы яҙып бөтөргәндән һуң уҡ электрон рәүештә ҡатнашыусы сертификатын алып була. Барығыҙҙы ла “Ҙур этнография диктанты”н яҙып, үҙ белемегеҙҙе һынап ҡарарға саҡырабыҙ!

Автор:Рәзилә Арыҫланова
Читайте нас: