САРМАНАЙ
+7 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
21 Октябрь , 10:35

Бөйөк Мостай мәңге беҙҙең күңелдәрҙә!

Күптән түгел Башҡортостандың Халыҡ шағиры Мостай Кәримдең тыуыуына 105 йыл тулды. Ошо уңайҙан республикабыҙҙа төрлө саралар , фәнни-ғәмәли конференциялар, ижади конкурстар һәм әҙәби кисәләр үтеп тора.

Бөйөк Мостай мәңге беҙҙең күңелдәрҙә!
Бөйөк Мостай мәңге беҙҙең күңелдәрҙә!


Был көн алдынан Өфөлә Мостай Кәрим фонды етәкселегендә “Күкрәгемдән ҡоштар осорам!” темаһына яттан шиғыр һөйләүселәрҙең төбәк конкурсы үтте. Был бәйгелә Саҡмағош 1-се урта мәктәбенең башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Рәмзилә Рауил ҡыҙы Исламғәлиева ҡатнашты. Ул үҙе яҙған шиғырын яттан һөйләп, жюри рәйесе, Әлфиә Мостай ҡыҙы Кәримованың махсус бүләгенә лайыҡ булды.
17 октябрь көнөндә Өфө фән һәм технологиялар университетында (элекке БДУ) ҙур байрам – “Шағир һүҙе” төбәк-ара шиғыр һөйләүселәр конкурсында еңеүселәрҙе ҡотлау тантанаһы үтте. Был мәртәбәле конкурсҡа мәғариф һәм фән министры урынбаҫары Әлфиә Закир ҡыҙы, Мостай Кәрим фонды етәксеһе Әлфиә Мостай ҡыҙы, Башҡортостандың халыҡ шағирҙары һәм яҙыусылары, конкурс еңеүселәре һәм етәкселәре, Мостай Кәримде хөрмәт иткән күренекле шәхестәр, студенттар саҡырылғайны.
Был төбәк-ара конкурста Рәсәйҙең төрлө төбәктәренән барлығы 550 уҡыусы ҡатнашҡан. Шулар араһында еңеүсе булараҡ районыбыҙ данын яҡлаусы – Саҡмағош 1-се урта мәктәбенең 11-се “в” класы уҡыусыһы Азалина Хәбирова (етәксеһе Рәмзилә Рауил ҡыҙы) булыуы айырыуса шатлыҡлы. Азалина I дәрәжә дипломы, Рәмзилә Рауил ҡыҙы Рәхмәт хаты менән бүләкләнде. Уларҙы ысын күңелдән ҙур уңыштары менән ҡотлайбыҙ һәм киләсәктә лә ижади уңыштар теләйбеҙ!
Күркәм төбәк-ара байрам иҫ киткес юғары кимәлдә ойошҡанлыҡ менән үтте. Матур фәһемле сараны ойоштороусыларға, ҡунаҡсыл Өфө фән һәм технологиялар университеты башҡорт филологияһы, Көнсығышты өйрәнеү һәм журналистика факультетының педагогик коллективына, шулай уҡ конкурсты ойоштороусылар – кафедра мөдире Гөлфирә Ниғәмәт ҡыҙына, Айгүзәл Рөстәм ҡыҙына, факультет деканы – һәр саҡ алсаҡ йөҙлө, хөрмәтле Гөлфирә Риф ҡыҙына бар ҡатнашыусылар исеменән сикһеҙ рәхмәттәребеҙҙе еткерәбеҙ!
“Беҙгә ошондай күркәм конкурста ҡатнашырға мөмкинселек биреүсе Саҡмағош 1-се урта мәктәбе етәкселегенә, Азалинаның ата-әсәһенә, район мәғариф бүлеге етәкселегенә сикһеҙ рәхмәттәребеҙҙе еткерәбеҙ!” – ти Рәмзилә Рауил ҡыҙы.

Бөйөк Мостай мәңге беҙҙең күңелдәрҙә!
Бөйөк Мостай мәңге беҙҙең күңелдәрҙә!
Бөйөк Мостай мәңге беҙҙең күңелдәрҙә!
Бөйөк Мостай мәңге беҙҙең күңелдәрҙә!
Автор:Рәзилә Арыҫланова
Читайте нас: