САРМАНАЙ
+7 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
12 Сентябрь , 15:45

Туҡһан бишенсе көҙөндә

Иҫке Туҡмаҡлы ауылында йәшәүсе Нурдидә Гәрәева күптән түгел 95 йәшен билдәләне. Юбилейлы туған көнө менән уны ауыл биләмәһе вәкилдәре тәбрикләнелђр. Рәсәй Федерацияһы Президенты В.Путиндан Ҡотлау хатын уҡып ишеттерҙеләр һәм район  етәксеһе Марат Латиповтан иҫтәлекле бүләк тапшырҙылар.

Туҡһан бишенсе көҙөндә
Туҡһан бишенсе көҙөндә

 

Нурдидә апай бындай иғтибарҙан тулҡынланып, шатлыҡ йәштәрен йәшермәне. Яҡшы әңгәмәләш булараҡ, һорауҙарға яуап биргәндә йәшәгән йылдары, бала сағы һәм йәшлеге тураһында ҙур теләк менән һөйләп, аралашыу  ебен өҙмәне, ә улы Венер уға ярҙам итте.

1955 йылда ул Иҫке Туҡмаҡлы егете Әмеретдингә кейәүгә сыға. Хәстәрлекле, эшһөйәр ир хужалыҡта барын да үҙе эшләй. Улар 50 йыл уртаҡ ғүмер кисерәләр. Ҡыҙғанысҡа, алтын туйҙарын байрам итергә өлгөрмәйҙәр, ғаилә башлығы баҡыйлыҡҡа күсә.

Гәрәевтарҙың балалары – Илдус, Гөлсинә, Венера, Зөлфиә, Венер һәм Илдар һәр ҡайһыһы һөнәргә эйә булып, тормошта үҙ урындарын тапҡандар.

Бөгөн Нурдидә әбей улы Венер менән йәшәй, әммә башҡа балалары ла уны онотмайҙар, һәр ваҡыт ярҙам итеп торалар. Ейәндәре лә йыш ҡайтып йөрөйҙәр, ҡартәсәләрен иғтибар һәм һөйөүгә сорнайҙар.

Автор:Айгөл ВӘЛИЕВА
Читайте нас: