САРМАНАЙ
+7 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
12 Сентябрь , 15:35

Инаугурация тантанаһы үтте

Бөгөн, 12 сентябрь көннө, төбәктең Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай йортонда Башҡортостан Башлығы инаугурацияһы тантанаһы үтте. Уны Ҡоролтай рәйесе Константин Толкачев алып барҙы.

Инаугурация тантанаһы үтте
Инаугурация тантанаһы үтте


“Хөрмәтле тантанала ҡатнашыусылар! Беҙ бөгөн мөһим ижтимағи-сәйәси ваҡиғаһы шаһитларыбыҙ. Был ваҡиға республиканың алдағы йылдарҙағы үҫешен билдәләй. 8 сентябрҙә Башҡортостан Башлығы вазифаһына Радий Фәрит улы Хәбиров һайланды”, – тине ул.
Инаугурация тантанаһында Рәсәй Президентының Иҙел буйы федераль округындағы тулы вәҡәләтле вәкиле Игорь Комаров, һайланған төбәк башлығы Радий Хәбиров, Башҡортостандың Үҙәк һайлау комиссияһы ағҙалары, Рәсәй Федерацияһы сенаторҙары һәм Федераль Йыйылыш – Дәүләт Думаһы, төбәктең Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаттары, республика Хәөкүмәте ағҙалары, Башҡортостан Республикаһы буйынса баш федераль инспектор Алексей Касьянов, Конституция советы ағҙалары, федераль ведомстволарҙың территориаль органдары һәм башҡарма властың республика органдары, хоҡуҡ һаҡлау һәм суд органдары етәкселәре, муниципаль райондар һәм ҡала округтары Советтары рәйестәре һәм хакимиәт башлыҡтары, Башҡортостан Башлығы вазифаһына кандидаттың ышаныслы кешеләре, хеҙмәт коллективтары, йәмәғәт ойошмалары, традицион конфессиялар, фәнни һәм ижади интеллегенция вәкилдәре ҡатнашты.
Икенсе срокҡа һайланған Радий Фәрит улы башҡорт һәм рус телдәрендә: “Башҡортстан Башлығы вазифаһын башҡарғанда республиканың күп милләтле халҡына тоғоро хеҙмәт итәргә, Башҡортостан Республикаһының дәүләтселеген нығытырға һәм яҡларға, Рәсәй Федерацияһы Конституцияһын һәм Башҡортостан Республикаһы Конституцияһын үтәргә, кеше һәм гражданиндың хоҡуҡтарын һәм иректәрен гарантияларға ант итәм”, – тине.
Ант һүҙҙәрен әйткәндән һуң Радий Фәрит улы уға республикаға икенсе тапҡырға идара итергә ышаныс күрһәтеүселәргә, тәү сиратта Башҡортостан халҡына, унда йәшәүселәргә рәхмәт һүҙҙәрен еткерҙе. Сығышы барышында ул төбәк Хөкүмәте алдына яңы бурыстар билдәләне. Улар араһында иң беренсе сиратта кешеләр тормошо именлеге нигеҙе булған иҡтисадты нығытыу бурысы еткерелде. Шулай уҡ республика етәксеһе өҫтөнлөклө бурыстарҙың береһе тип махсус хәрби операцияға ярҙам итеүҙе әйтте.
Республика Дәүләт Йыйылышы рәйесе К.Толкачев Башҡортостан етәксеһен үҙ вазифа бурыстарын башҡара башлау менән ҡотлап, рус һәм башҡорт телдәрендә нәшер ителгән Башҡортстан Республикаһы Конституцияһын һәм төбәктең дәүләт символдарын тапшырҙы.
Рәсәй Президентының Иҙел буйы федераль округындағы тулы вәҡәләтле вәкиле Игорь Комаров үҙ ҡотлауында Башҡортостандың Рәсәйҙең таяныр төбәктәренең береһе, эре сәнәғәт һәм ауыл хужалығы үҙәге булыуын һәм төбәктең ил иҡтисады үҫешенә ҙур өлөш индереүен билдәләне. Ул Радий Хәбировҡа һәм уның командаһына уңышлы, һөҙөмтәле эшсәнлек, ҡаҙанышларға ирешеүҙәрен һәм Башҡортостан халҡы именлеге хаҡына бөтә пландарҙың тормошҡа ашыуын теләне.

Фото: “Башинформ” порталынан.

Инаугурация тантанаһы үтте
Инаугурация тантанаһы үтте
Автор:Рәзилә Арыҫланова
Читайте нас: