–Бюллетендәрҙе урнаға һалғандан һуң «Рәхмәт-2024» акцияһы билеттарын бирҙеләр. Өйгә ҡайтҡас, ҡыҙым күрһәтелгән сайт аша уларҙы теркәне. Ә шәмбелә билдәһеҙ номерҙан шалтыраттылар. Өсөнсө тапҡырында ғына яуап бирҙем. Акцияны ойоштороусылар шылтыратҡан икән, улар термопот (термос функцияһы ла булған электр һыу ҡайнатҡысы) отоуыбыҙҙы хәбәр иттеләр, – тип һөйләне бәхетле бүләк эйәһе.
Надежда Леонидовна быға тиҙ генә ышанып та бөтә алмай. Сөнки бер ҡасан да бер нәмә лә отҡаны булмай. Ә кинәт уңыш йылмая.
–Призды тапшырыу өсөн Өфөгә саҡырҙылар. Унда акцияла еңгән үҙем кеүек үк ябай кешеләр менән аралаштым. Тимәк, һәр кем ота ала, – тип һүҙен дауам итте әңгәмәләшем.
Н. Михайлова ғүмере буйы «Первушин» совхозында эшләй. Һәр саҡ алдынғылар сафында була. Ғаиләлә үҙҙәре кеүек үк ғәҙел, эш һөйөүсән балалар тәрбиәләп үҫтерәләр. Бөгөн өләсәй биш ейәненә һөйөнөп йәшәй.
–Ғаиләбеҙ ҙур, термопот бик ярап ҡуйҙы әле. Хәҙер өҫтәл артына бергә йыйылғанда районыбыҙ, һөйөклө Башҡортостаныбыҙ хаҡында һөйләшәбеҙ. Һәр ҡайһыбыҙҙың йортонда именлек, муллыҡ булһын, Башҡортостаныбыҙ сәскә атһын, – тине Надежда Леонидовна.