САРМАНАЙ
+7 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
7 Сентябрь , 10:45

Яугирҙәребез — тыныс тормош өсөн

Ике йөҙҙән артыҡ райондашыбыҙ әлеге ваҡытта махсус хәрби операцияла ҡатнашып, илебеҙ бәйһеҙлеген яҡлай.

Яугирҙәребез — тыныс тормош өсөн
Яугирҙәребез — тыныс тормош өсөн

Неонацисттар менән алышта яраланып, әлеге ваҡытта дауаланған райондашыбыҙ П.Александр да — ул яугирҙәрҙең береһе. Туған илебеҙҙең азатлығын, беҙҙең тыныслыҡты яҡлаған яҡташыбыҙ республиканың, райондың алдағы йылдарға үҫешен билдәләгән был сәйәси ваҡиғанан да ситтә ҡалмауҙы үҙ бурысы, тип һанаған — ғүмер юлдашы Венера Марс ҡыҙы менән 3262 һайлау участогына килеп, үҙҙәре лайыҡлы тип һанаған кандидаттар өсөн тауыш биргән. Комиссия ағзалары яугиргә рәхмәт һүҙҙәрен еткереп, ныҡлы сәләмәтлек һәм уңыштар теләп, татлы күстәнәс тапшырҙы. Әлеге участоктың йәнә бер һайлаусыһы Альмира апай Халфинаның улы Марсель дә әлеге ваҡытта яу ҡырында — махсус хәрби операция бурыстарын үтәй. Без яугир яҡташтарыбыҙға ныҡлы сәләмәтлек, уңыштар һәм мөмкин ҡәҙәр тиҙерәк еңеү менән туған яҡтарға имен-һау әйләнеп ҡайтыуҙарын теләйбеҙ! #выбираемГлаву #Башкортостан #Чекмагушевскийрайон #3262УИ #алгавсейсемьей #всейсемьей02 #чекмагуш

Яугирҙәребез — тыныс тормош өсөн
Яугирҙәребез — тыныс тормош өсөн
Яугирҙәребез — тыныс тормош өсөн
Автор:Рәзилә Арыҫланова
Читайте нас: