САРМАНАЙ
+7 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
6 Сентябрь , 12:20

Һайлауҙарға — ғаилә менән

Район үҙәгендәге 3262 һанлы һайлау участогында бөгөн ул эш башлаған тәүге минуттарҙан уҡ һайлаусылар өҙөлөп тормай.

Һайлауҙарға — ғаилә менән
Һайлауҙарға — ғаилә менән

 Республикабыҙ, районыбыҙ тормошо өсөн берҙәм ҙур яуаплылыҡ тойоп, яҡташтар үҙ фекерен белдерергә ашыға. Участокҡа ғаиләләр менән дә киләләр. Высоковольтная урамында йәшәүсе Альбина Ибраһимова гимназияла уҡыусы ҡыҙы Милана һәм улы Максим менән килгән. Милана хәзер инде паспорт алған булһа ла, әлегә балиғлыҡ йәшенә етмәгәнлектән, һайлау хоҡуҡына эйә түгел. Тик шулай да бер нисә йылдан ул да участоккҡа килеп, йәш һайлаусы сифатында үҙ фекерен белдерә аласаҡ вакҡытты түҙемһеҙлек менән көтә. "Һайлау участогына балалар менән килү мөһим тип иҫәпләйем. Сөнки бөгөн беҙ балаларҙың, үҙебеҙҙең киләсәкте хәстәрләп лайыҡлы кандидаттар өсөн тавуыш бирәбеҙ. Балалар да беҙҙән күреп, үҙҙәре йәшәгән йәмғиәт өсөн яуаплылыҡ тойоп, шулай уҡ һайлауҙарға килерләр", — ти Альбина. Участокта алдағы һайлауҙардҙан уҡ дауам итеп килгән күркәм традиция буйынса, кескәй "һайлаусыларға" татлы күстәнәс тә тапшырыла.
#выбираемГлаву
#Башкортостан
#Чекмагушевскийрайон
#3262УИК
#алгавсейсемьей
#всейсемьей02
#чекмагуш

Автор:Мусина Гөлназ
Читайте нас: