САРМАНАЙ
-6 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
18 Август 2024, 14:00

Үзебеҙҙең кирбес үҙебеҙҙеке инде...

Саҡмағош кирбесенән Һамар, Ырынбур, Яр Саллы, Өфөлә лә биналар күтәрәләр Беҙ сәнәғәт үҫеше мәсьәләләренең Башҡортостан Башлығы Радий Фәрит улы Хәбировтың контролендә булыуын күрәбеҙ.

Үзебеҙҙең кирбес үҙебеҙҙеке инде...
Үзебеҙҙең кирбес үҙебеҙҙеке инде...

Башҡортостан иң нәтижәле сәнәғәт сәйәсәте ғәмәлгә ашырыла торған төбәк булыуын йәнә бер ҡат раҫланы. Радий Хәбиров сәнәғәт сәйәсәтен ғәмәлгә ашырыуҙың тулы бер системаһын яйға һалды һәм ул икенсе йыл рәттән үҙенең нәтижәле булыуын иҫбатлай. Башҡортостан яңынан ил буйынса лидерҙар араһында. Республикала сәнәғәт сәйәсәте бер юлы бер нисә йүнәлеш буйынса алдынғылар рәтендә. Алты тиҫтә йылдан артыҡ инде илебеҙҙә август айының икенсе йәкшәмбеһендә Төҙөүселәр көнө билдәләнә. Ошо мөһим тармаҡ өсөн төп төҙөлөш материалын етештереүсе, беҙҙең Саҡмағош районында эшсәнлек алып барған яуаплылығы сикләнгән “Башкерамикс” йәмғиәте коллективы хеҙмәткәрҙәре лә һөнәри байрамдарын күтәренке кәйеф һәм һөйөндөрөрлек хеҙмәт уңыштары менән ҡаршыланы. Саҡмағош кирбес заводына 1989 йылда нигеҙ һалына. 1994 йылда предприятие файҙаланыуға тапшырыла. Дәүләтебеҙ өсөн һынаулы булған төрлө йылдарҙа ул төрлө милек формаһына күсерелеп, “Саҡмағош кирбес заводы”, “Чекмагушевский кирпич” йәмғиәте исемдәре менән эшсәнлек алып бара. Бында кислород, етештереү һәм транспорт цехтары эшләй. Ойошмала етештереү процессын яңыртыу һәм камиллаштырыу йәһәтенән даими эшсәнлек алып барыла. 2004 йылда формалаштырыу-вакуум прессына һәм күп кыллы кисеүсе автоматҡа реконструкция үткәрелә. Был бында эшләнгән кирбестең маркаһын, түбән температураларға сыҙамлығын арттырырға һәм тышҡы күренешен яҡшыртырға мөмкинлек бирә. 2013 йылда завод проектта ҡаралған ҡеуәткә сығып, бында йылына 10 млн. дананан ашыу кирбес етештерелә башлай. 2015 йылда иһә ойошмаға кирбесне формалаштырыу һәм киптереү-яндырыу сыйфатын, маркаһын яҡшыртыға булышлыҡ иткән парогенератор һатып алынып урынлаштырыла. 2017 йылдан завод яуаплылығы сикләнгән “Башкерамикс” йәмғиәте маркаһы менән төҙөлеш материалы етештерә башлай. Әлеге ваҡытта заводта “СМК-325” вакуум прессында пластик формалаштырыу ысулы менән 530-2012 ГОСТына ярашлы “М-125”, “М-150”, “М175”, “М-200”, “М-250” маркалы кирбес эшләнә. Ойошманың етештереү ҡеуәте йылдан-йыл арта бара. Мәҫәлән, 2018 йылда 15,5 млн. дана кирбес етештерелһә, 2019 йылда ул 15,7 млн.-ға еткерелә, 2023 йылда – 30 млн дана. Әйткәндәй, районыбыҙ ерлегендә етештерелгән продукция ҙур һорау менән файҙалана. Көн һайын Саҡмағош кирбесе Өфө ҡалаһындағы күп кенә төҙөлөштәргә генә түгел, хатта республика сиктәрен үтеп, Һамара, Ырынбур, Яр Саллы ҡалаларында күтәрелгән төҙөлөш объекттарына ла ебәрелә. Һатып алыусылар бынан төйәп ебәрелгән продукцияның сифатынан бик ҡәнәғәт. Район үҙәгендә төҙөлгән яңы поликлиника һәм мәктәп биналарының стеналары ла бында етештерелгән кирбестән күтәрелде. Иң мөһиме – әлеге ҙур етештереү участогы 92 райондашыбыҙҙы эш урындары менән тәьмин итә. Бөгөнгө көндә Саҡмағошта етештерелгән “М-200”, М-250” кирбестән башҡалабыҙ Өфөлә 20 ҡатлы йорт һалына башлаған. Был хаҡта беҙгә “Кирпичхолдинг” кампанияләр төркөмө генеральный директоры Марат Хәмит улы Арыҫланов һөйләне. “Беҙҙең “Башкерамикс” йәмғиәте хеҙмәткәрҙәре өсөн уңайлы эш шарттары булдырылған, душ, бытовка бүлмәләре йыһазланған, ашханабыҙ бар. Шуға ла беҙгә йәштәр күп килә һәм эшләй. Улар күберәк формовкала, упаковкала хеҙмәт һала. Тәжрибәле өлкәндәребеҙ ҙә байтаҡ. Хеҙмәт хаҡын түләү буйынса тотҡарлыҡтар юҡ. Алдынғыларҙың тырышлығы нәтижәһеҙ ҡалмай – һөнәри байрамдар уңайынан уларға Маҡтау грамоталары, премиялар тапшырыла. Үтенестәр булһа, аларны уңай хәл итергә ынтылабыҙ. Предприятиела төп эшебеҙ – кирбес етештереү. Һатыуға шулай уҡ цемент, профнастил, профилдәр һәм башҡа төрлө төҙөлөш материалдары сығарабыҙ. Бөгөнгө көндә ассортимент шактай бай. Алдағы пландар да ҙур”, – тине беҙгә яуаплылығы сикләнгән “Башкерамикс” йәмғиәтенең башҡарма директоры Дамир Рифҡәт улы Нурғәлиев. Төҙөүселәр көнө уңайынан бында эшләүсе бер төркөм хеҙмәт алдынғыларына бүләктәр тапшырылды. “Киләсәктә лә районыбыҙ һәм республика күләмендә артабан да шундай ҙур төҙөлөштәр булып торһын, ойошмала продукция етештереүҙе шулай уңышлы дауам итеп, коллективты һаҡлап, артабан да бергә эшләргә, туған районыбыҙ ерлегендәге ошо заводты артабан да үҫтерергә булһын ине, тип теләйбеҙ”, – тине йәмәғәтселек фекере лидеры Марсель Хәдит улы Хәсәнов.

Үзебеҙҙең кирбес үҙебеҙҙеке инде...
Үзебеҙҙең кирбес үҙебеҙҙеке инде...
Үзебеҙҙең кирбес үҙебеҙҙеке инде...
Үзебеҙҙең кирбес үҙебеҙҙеке инде...
Автор:Лиана Ханмурзина
Читайте нас: