САРМАНАЙ
+13 °С
Облачно
Новости
5 Августа 2024, 11:35

Мин – бәхетле кеше

Туҡһан йәш – мөһим һәм әһәмиәтле ваҡиға, сөнки бер быуатҡа яҡын ғүмер кисереү бәхете бар замандашларға ла насип булмай.

Добавить в предпочтительные источники Google
Мин – бәхетле кешеМин – бәхетле кеше
Мин – бәхетле кеше

Оҙон ғүмерле яҡташыбыҙҙың тормош юлы ҡатмарлы, әммә ғаилә бәхете, намыҫлы хеҙмәт һәм яҡындарына булған һөйөү менән үтә. Ул Мәтлифә һәм Әхмәҙинур Ғәлиевтар ғаиләһендә донъяға килә. Ҡыҙ тыуғас та, ғаилә Өфөгә күсенеп китә. Әммә тиҙҙән ғаилә башлығы кинәт вафат була. Бер ни ҡәҙәр ваҡыттан һуң әсәһен кейәүгә димләйҙәр һәм улар Урта Аҡбашҡа күсенәләр. Ҡыҙ ете йыллыҡ мәктәпте тамамлай. Кәүҙәһе  һәм рухы менән дә нығып бөтмәгән ҡыҙ Шәрип май заводында эшләй башлай. Ныҡышмалылығын һәм тырышлығын күргән етәкселек уны Дәүләкәнгә сыр яһау буйынса курстарға уҡырға  ебәрә. Белгеслек алып, ғүмере буйына әлеге предприятиела эшләй. Күп йыллыҡ намыҫлы хеҙмәте миҙалдар, Маҡтау грамоталары, Рәхмәт хаттары һәм ҡиммәтле бүләктәр менән билдәләнә. Хушлашҡанда юбиляр һәммәбеҙҙе лә 95 йәшлек юбилейына саҡырып ҡалды. Үҙе билдәләүенсә, ул үҙен әле бер ҙә өлкән итеп һиҙмәй. Шуға ла уның киләһе юбилейында ла осрашырбыҙ тип өмөтләнәбеҙ.

Автор:Айгөл ВӘЛИЕВА
Читайте нас