САРМАНАЙ
+10 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
19 Июль , 09:35

Сәләмәтлек – ҙур байлыҡ

«Сәләмәтлек  – күсмә мобиль комплексы» Шәрип ауылына ла килде һәм бында ике көн эшләне. Был турала ауыл халҡына алдан хәбәр ителде.

Сәләмәтлек – ҙур байлыҡ
Сәләмәтлек – ҙур байлыҡ

 

Белгесләр ауыл халҡын иртәнән үк ҡабул итә башланы. Теләге булған һәр кем төрлө яҡтан тикшереү үтте.

«Сәләмәтлек поезы» заманса маммограф, ЭКГ аппаратлары һәм лаборатория бүлмәһе менән йыһазландырылған. Пациенттарҙы терапевт, невропатолог, онколог, окулист, гинеколог, педиатр, дерматовенеролог һәм башҡа белгестәр ҡараны, кәрәк булған осраҡта, үҙәк район больницаһына рентгенографияға алып барыу ҙа ойошторолдо.

Шәрип ауыл амбулаторияһы шәфҡәт туташы Рәмзиә Фазлыева пациенттарҙы алдан яҙылмайса ҡабул итеүҙәрен аңлатты. Көн эсендә йөҙгә яҡын кеше һәр яҡлап тикшереү үтте.

Шәрип амбулаторияһына 2700 кеше иҫәпләнгән ике участок инә. Бында Шәрип, Урта Аҡбаш, Түбән Аҡбаш, Юғары Аҡбаш, Воецкое, Гуровка, Петропавлов, Иҫке Ҡамышлы, Ҡалтай, Солтанай, Медведеров, Кувыков, Илмырҙа, Тағанай һәм Яны Ҡамышлы ауылы халҡына медицина хеҙмәте күрһәтелә.

–Табиптарға йыш мөрәжәғәт  итәм, һаулыҡ торошон күҙәтергә кәрәк бит. Даими рәүештә тикшереү үтергә тырышам. «Сәләмәтлек поезы» киләсәген белгәс тә, барырға ниәтләнем. Хәл-торошондо белеү мөһим, сөнки табиптар заманса технологиялар ярҙамында төрлө тайпылыштарҙы табырға һәм ашығыс саралар күрергә мөмкин, – тип һөйләне пациенттарҙың береһе.

«Сәләмәтлек поезы»нда булыусылар һаулыҡтары тураһында мәғлүмәт һәм уны һаҡлау буйынса тәҡдимдәр алдылар.

Сәләмәтлек – ҙур байлыҡ
Сәләмәтлек – ҙур байлыҡ
Сәләмәтлек – ҙур байлыҡ
Сәләмәтлек – ҙур байлыҡ
Сәләмәтлек – ҙур байлыҡ
Сәләмәтлек – ҙур байлыҡ
Сәләмәтлек – ҙур байлыҡ
Сәләмәтлек – ҙур байлыҡ
Сәләмәтлек – ҙур байлыҡ
Сәләмәтлек – ҙур байлыҡ
Автор:Айгөл ВӘЛИЕВА
Читайте нас: