САРМАНАЙ
+10 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
11 Июль , 16:15

Илдең лайыҡлы улы

Район халҡы Рәсәй Федерацияһы Ҡораллы Көстәре яугиры, махсус хәрби операцияла ҡатнашып Һәләк булған тағын бер ҡаһарман – Рафаил Раянов менән хушлашты.

Илдең лайыҡлы улы
Илдең лайыҡлы улы

 

Тыумышы менән ул Өфө ҡалаһыныҡы булһа ла, нәҫел тамырҙары Ҡалтай  еренә барып тоташа. Вафат булыуы тураһында хәбәр алғас, яҡындары һәм туғандары уны ата-бабаларының кесе ватанына ерләргә тигән ҡарарға киләләр.

1988 йылда донъяға килгән егет унынсы синыфтан һуң Башҡорт иҡтисад-юридик техникумын, һуңынан Көнсығыш иҡтисад-юридик гуманитар университетын тамамлай.

Рәсәй Федерацияһының Ҡораллы Көстәре сафында хеҙмәт итә. 2022 йылдың аҙағында мобилизациялана.

Яугир махсус хәрби операция барышында 31 майҙа сираттағы хәрби бурысын үтәгәндә һәләк була.

Матәм митингында уның тураһында бик күп йылы һүҙҙәр әйтелде. Ул намыҫлы, изге күңелле, асыҡ һәм ауыр саҡта ярҙамға килергә әҙер булыусы ир уҙаманы булған. Уны белгәндәр хәтерендә ул тап шундай булып ҡаласаҡ та.

  Беҙ һәләк булыусы яугирҙең туғандары һәм яҡындарының тәрән ҡайғыһын уртаҡлашабыҙ. Үҙ иленең лайыҡлы улы хәрби бурысын намыҫ менән үтәне.  Батырға мәңгелек дан!

Рафаил Раянов – мәңгелеккә юл алыусы сираттағы герой... Ғүмере бәрәбәренә илебеҙ һәм халыҡтыћ бәйһеҙлеген Һаҡлап ҡалыуға үҙ өлөшөн индерҙе. Рәхмәт һиңә, һалдат!

Илдең лайыҡлы улы
Илдең лайыҡлы улы
Автор:Айгөл ВӘЛИЕВА
Читайте нас: