САРМАНАЙ
+10 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
4 Июль , 11:40

Йәйге ялдар рәхәт үтә

Календарҙә – июль. Әлеге осор ҡояш нурҙары аҫтында иркәләнеп, йылға-күлдәрҙә һыу ҡойоноп рәхәтләнеп ял итеүгә бына тигән мөмкинлек бирә. Әммә ҡайһы бер уҡыусылар бөгөн ял итеүҙән тыш, ваҡыттарын хеҙмәт лагерҙарында үткәрәләр.

Йәйге ялдар рәхәт үтә
Йәйге ялдар рәхәт үтә

 

Районыбыҙҙа барлыҡ мәктәптәрҙә лә хеҙмәт практикаһы ойошторолдо. Ҡыҙҙар һәм малайҙар үҙҙәренә бүленгән билдәле көндәрҙә мәктәп тирәһен тәртиптә тоталар, яңы уҡыу йылына бүлмәләрҙе әҙерләү буйынса ремонт эштәрендә ҡатнашалар, мәктәп яны баҡсаһын тәрбиәләп, сәсәк түтәлдәрен утап, уларға һыу һибәләр. Уларҙың тырышлығы юҡҡа китмәҫ: был сәсәкәләр балаларҙы сентябрҙә шау гөллөмәлә ҡаршы аласағында шигебеҙ юҡ.

Ҡалтай урта мәктәбендә лә «Йәшлек» хеҙмәт һәм ял лагере эшләй. Смена исемлектәгеләрҙе барлауҙан башланып китте. Вожатыйҙар балаларҙы лагерҙың маҡсат һәм бурыстары, отрядтағы хәүефһеҙлек техникаһы менән таныштырҙылар, көн тәртибе, буласаҡ саралар тураһында һөйләнеләр.

Лагерь начальнигы Зөлфиә Нурыева, вожатыйҙар Лидия Шафина, Гөлназ Ғилманова, Мөнирә Ялалетдинова, Рәфит Әйүпов, Эльвира Ғилманова һәм Әлфиә Шафина көн һайын алдан әҙерләнгән план буйынса саралар үткәрҙеләр. Спорт-һауыҡтырыу, илһөйәрлек, хеҙмәт һәм ижади йүнәлештәге саралар Ҡалтай ауылы ҡыҙҙары һәм малайҙарының књңеленә хуш килде.

Ун биш бала ете көн дауамында мәктәптәре хаҡына изге эштәр башҡарҙы. Улар уҡыу йорттарының әйләнә-тирәһен таҙартырға өлгөрҙөләр: түтәлдәрҙе утанылар, юлдарҙы һеперҙеләр, сүп-сар йыйҙылар, ер соҡонолар.

Һөҙөмтәле эштән һуң ял итергә һәм сәләмәтлегеңде нығытырға ла кәрәк. Спорт менән шөғөлләнеү тән-күнелгә рәхәтлек бирә, яны эштәргә илһамландыра. Аҙна дауамында ашнаҡсы Гөлназ Евстафьева көн дә тәмле төшкө аш бешереп, балаларҙы һыйланы.

Лагерҙың һәр көнө ҡыҙҙар һәм малайҙарға яңы белем-күнекмәләр генә түгел, бер үк ваҡытта күтәренке кәйеф һәм йәшәү дәрте лә өләште.

Йәйге ялдар рәхәт үтә
Йәйге ялдар рәхәт үтә
Автор:Айгөл ВӘЛИЕВА
Читайте нас: