САРМАНАЙ
+7 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
25 Июнь , 16:30

Иң яҡшылар рәтендә

Башҡортостан Республикаһының Сәләмәтлек һаҡлау министрлығында Медицина хеҙмәткәре көнө хөрмәтенә республиканың медицина хеҙмәткәрҙәрен бүләкләү тантанаһы үтте. Дәүләт наградаларын республика сәләмәтлек һаҡлау министрының беренсе урынбаҫары Гөлнара Зиннурова тапшырҙы.  

Иң яҡшылар рәтендә
Иң яҡшылар рәтендә

Беҙҙең район больницаһы хеҙмәткәре – терапия бүлексәһенең пост шәфҡәт туташы Әлифә Фәхертдинованың хеҙмәт ҡаҙаныштары ин юғары дәрәжәлә баһаланыуына бик шатбыҙ һәм бының менән ғорурланабыҙ. Ул «Башҡортостан Республикаһының сәләмәтлек һаҡлау алдындағы хеҙмәттәре өсөн» миҙалына лайыҡ булды.

Әлифә Нәжип ҡыҙы мәктәпте тамамлағандан һуң Өфөлә медицина училищеһында белем ала. Уҙған быуаттың һикһәненсе йылдарында Кушнаренко район больницаһына эшкә ҡайта. Бына ҡырыҡ йылдан артыҡ инде ул яҡташтарының сәләмәтлеге һағында тора.

Әлифә ханым ире менән бергә ике ул һәм бер ҡыҙ тәрбиәләп үҫтерәләр. Хәҙер инде дүрт ейәндәренә һөйөнөп йәшәйҙәр.

Әлифә Нәжип ҡыҙы, һеҙҙе юғары бүләккә лайыҡ булыуығыҙ менән ихлас ҡотлайбыҙ. Тормош юлығыҙҙа яңынан-яңы уңыштар, ҡуйған маҡсаттарығыҙға ирешеүегеҙҙе теләйбеҙ.

Автор:Айгөл ВӘЛИЕВА
Читайте нас: