САРМАНАЙ
-2 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
24 Июнь , 11:15

Киләсәк йәштәр ҡулында

Филиә Әзетдин – моңло тауышлы, йәш, һәләтле йырсы. Уның исеме районда ғына түгел, республикала ла билдәле.

Киләсәк йәштәр ҡулында
Киләсәк йәштәр ҡулында

 

Ул Талбазы ауылында Альбина һәм Фиғәт Әзетдиновтар ғаиләһендә тыуа. Кескенә сағынан уҡ йырлай, бөтөн мәктәп сараларында ҡатнаша. Туғыҙынсы синыфтан һун Алабуға мәҙәниәт һәм сәнғәт  колледжына уҡырға инә. Уны тамамлағас, Башҡорт педагогия университетында уҡыуын дауам итә.

Ул үҙенең ауылы тарихы менән дә етди ҡыҙыҡһына, беренсе шиғырҙар китабын 2018 йылда баҫтыра, бында  кесе Ватаны тураһында ла мауыҡтырғыс мәғлүмәткә урын табыла.

Филиә күптән инде йырҙар ҙа ижад итә. Уларҙыћ һәр береһе хис-тойғоларға бай айырым тарих. Шуларҙы тыңлаһаң, йәп-йәш ҡыҙҙың кеше күнелен – шатлыҡ һәм ҡайғыһын, һоҡланыу һәм һағышын, һөйөү һәм хыянатын ихлас сағылдыра алыуына ғәжәпләнәһен.

Күптән түгел Ф. Әзетдинова район мәҙәниәт йортонда «Йәдкәр» ветерандар халыҡ хорыныћ етәксеһе булып эшләй башланы. Ул:

–Халыҡ хорын башлап ебәреүсе Роза Сабурова, ысынлап та, татыу коллектив – яҡшы, һәләтле, көслө, эскерһеҙ кешеләр берлеге туплаған. Беҙ беренсе көндән үк уртаҡ тел таптыҡ, күп сараларҙа сығыш яһарға, конкурстарҙа ҡатнашырға өлгөрҙөк. Әлеге көндә яңы репертуар өҫтөндә эшләйбеҙ. Быйыл көҙ коллективтың оло юбилейын үткәреүҙе планлаштырабыҙ. Кемдер беҙгә ҡушылырға теләй икән, әле һуң түгел. Пландар ҙур, яңы проекттар өҫтөндә эшләйем. Хорҙа ҡатнашыусыларҙың да тәҡдимдәре, идеялары бар, юбилей тураһында бергәләп уйлайбыҙ, – тип һөйләне.

Буш ваҡытында, йылдың ҡайһы миҙгеле булыуына ҡарамаҫтан,  Филиә тәбиғәткә ҡарап һоҡланырға ярата.

–Мин тәбиғәттән көс алам. Тыуған яғымдың матурлығы миңә илһам бирә. Һөҙөмтәлә, яңы шиғыр юлдары һәм көй тыуа. Балалар тураһында шиғырҙар китабы сығараһы, яңы йырҙарыма клиптар төшөрәһем килә, – тип хыяллары менән уртаҡлашты ул.

Бына шундай яҡты, хисле, иғтибарлы, таң ҡалдырырлыҡ һәм маҡсатсан, хатта амбициялы йәш кешеләр йәнәшәбеҙҙә генә эшләй!

Филиә, һиңә һәр бер матур ғәмәлеңдә лә уңыш йылмайһын, һәр саҡ шулай донъяны матурлап йәшә!

Киләсәк йәштәр ҡулында
Киләсәк йәштәр ҡулында
Автор:Айгөл ФӘХРИЕВА.
Читайте нас: