САРМАНАЙ
+7 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
22 Июнь , 15:45

Туризмды үҫтереү – өҫтөнлөклө бурыстарҙың береһе

Республика етәксеһе вазифаһында эш башлағанда төбәк Башлығы Радий Хәбиров Башҡортостанда туризм үҫешенә бәйле хәлде киҫкен тип билдәләгән ине.

Туризмды үҫтереү – өҫтөнлөклө бурыстарҙың береһе
Туризмды үҫтереү – өҫтөнлөклө бурыстарҙың береһе

Был проблеманың аҫылында – тейешле инфраструктура булмауы. Шуға ла республика Башлығы тәҡдиме менән гранттар һәм субсидиялар системаһы булдырырға, туризм өлкәһендә эшсәнлек алып барыусы компаниялар өсөн һалым ташламалары һәм административ ташламалар эшләргә ҡарар ителде. Киҫкен торған мәсьәләләрҙе хәл итеүгә финанстарҙы бүлеү йәһәтенән бер ни ҡәҙәр яйһыҙлыҡтар барлыҡҡа килһә лә, пандемия осорында ла, әлеге илебеҙ махсус хәрби операция алып барған ҡатмарлы осорҙа ла туризм йүнәлеше уңай хәл итеүҙе талап иткән өҫтөнлөклө проблемаларҙың береһе тип иҫәпләнә. Республиканың эске туризмы үҫешенә Радий Хәбиров тәҡдиме менән ғәмәлгә ашырылган “Башҡортостан оҙон ғүмерлелеге”, мәктәп һәм сәнәғәт туризмы программалары һиҙелерлек булышлыҡ итә. Әлеге ваҡытта Башҡортостан – туристар һаны арта барыусы төбәктәрҙең береһе. Ошо уңай динамиканы төбәктең туризм инфраструктураһын булдырыу иҫәбенә артабан да үҫтереү-арттырыу мөһим. 2023 йылда ошо маҡсатҡа федераль ҡазнанан бүленгән 1,5 млрд. һум йәлеп ителгән. Республика туризм өлкәһендә инвестиция һалымдарын тормошҡа ашырыу өсөн уңайлы инструменттар булдыра. Башҡортостан Башлығы инвестициялар сәғәттәре барышында проекттарҙы шәхсән ҡарап-өйрәнеп, уларҙы хуплау тураһында ҡарар ҡабул итә. Туризм үҫеше – республиканың киләсәген инвестициялау һәм әлеге ваҡытта эш урындары булдырыу тигән һүҙ. Ул төҙөлөш, сәнәғәт, транспорт, хеҙмәттәр күрһәтеү өлкәләренә лә ыңғай йоғонты яһай. Туризм хеҙмәттәренең һәм инфраструктураның сифатын арттырыу кешеләрҙе, шулай уҡ республикаға финанстарҙы күпләп йәлеп итергә мөмкинлектәр аса. 2019 йылдан башлап республикала күп һанлы өҫтөнлөклө туристлыҡ локациялары булдырылды. Улар араһында – Бөрйән районындағы “Шүлгән-таш” тарихи-мәҙәни музей-заповеднигы, Миңнеғале Шәйморатовҡа мемориаль комплекс-һәйкәл, Ишембай районындагы Торатау итәгендә этнокомплекс, Благовещен районында Ағиҙел йылғаһы ярында “Благолэнд”, Ярмәкәй районында “Новый мир” глэмпингтары, Белорет районындағы Отнуров ауылы янында “Малидак паркы”, Ҡырмыҫҡалы районының Прибельский поселогында “Белый берег” дачасы, шул уҡ районда “Голубое озеро” термнар комплексы, Белорет районындағы “Воздух” мажаралар территорияһы, Шаран районындағы “Ялантау” глэмпингы, Иглин районындағы “Терра” этнобазаһы һәм башҡа күп төрлө шундай объекттар бар. 16 июндә, республика халыҡ геройы Салауат Юлаевтың тыуыуына 270 йыл тулыуҙы билдәләгәндә, Салауат районының Тикәй ауылында – милли ҡаһармандың кесе Ватанында “Салауат ере” тип исемләнгән тарихи-мәҙәни комплексын асыу тантанаһы үтте. Сарала Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров та ҡатнашты. Парк 4,5 гектар майҙанды биләй, унда башҡарылған төҙөлөш эштәре 128,5 млн. һум менән баһаланды. “Салауат ере” – архитектураһы, киңлеге һәм дизайны буйынса үҙенсәлекле булған, заманса технологиялар ҡулланылып күтәрелгән тарихи парк. Уның концепцияһын булдырғанда төп шарт булып беренсел тәбиғәт күренешен һаҡлап ҡалыу булды. Һәм парк тәбиғәт ландшафтына тик йәтеш булды. Был күркәм тәбиғәтле урынға йыл һайын 17 меңнән ашыу турист килеп-ҡарап китә. Ә инде парк асылған уларҙың һаны йәнә бер нисә тапҡырға артыр тип көтөлә. Геопарк майҙанында геология музейын төҙөргә, экологик һуҡмаҡтарҙы оҙонайтырға, төп тәбиғәт объекттарын төҙөргә һәм уңайлы туристик инфраструктураны булдырырға планлаштыралар. Әлеге ваҡытта геопарк биләмәһендә дүрт ял базаһы, шул иҫәптән тирмәле ике кемпинг эшләп килә. Планда – йәнә бер нисә глэмпинг төҙөү. Фотолар һәм мәғлумат сығанағы: “Башинформ” порталы.

Туризмды үҫтереү – өҫтөнлөклө бурыстарҙың береһе
Туризмды үҫтереү – өҫтөнлөклө бурыстарҙың береһе
Туризмды үҫтереү – өҫтөнлөклө бурыстарҙың береһе
Туризмды үҫтереү – өҫтөнлөклө бурыстарҙың береһе
Автор:Рәзилә Арыҫланова
Читайте нас: