САРМАНАЙ
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Новости
25 Май , 21:35

"Изге подписка"ла Азат Бадранов та ҡатнашты

Ул махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан яугирҙәр ғаиләләренә төрлө баҫмалар яҙҙырҙы

"Изге подписка"ла Азат Бадранов та ҡатнашты
"Изге подписка"ла Азат Бадранов та ҡатнашты

Башҡортостан Башлығы хакимиәте етәксеһенең беренсе урынбаҫары Азат Бадранов Китап байрамындағы "Изге подписка" хәйриә акцияһында ҡатнашты. Ул махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан яугирҙәр ғаиләләренә төрлө баҫмалар яҙҙырҙы.

- Яугирҙәребеҙ ғаиләләренә төрлө яҡлап ярҙам итергә кәрәк, шул иҫәптән рухи яҡтан да. Акцияны ихлас күңелдән күтәреп алдым,- тине ул. 

Китап байрамының һәр көнөндә лә гәзит-журналдарға яҙылырға мөмкин. Бының өсөн "Китап" нәшриәтенең стенды янына килергә кәрәк. Яҙылыусылар араһында киске сәғәт 6-ла приздар уйнатыла. Акцияла баҫмаларға ярты йылға йәки күберәккә яҙылғандар ҡатнаша ала. 

Сығанаҡ: resbash.ru

Автор:Гульназ Хафизова
Читайте нас: