САРМАНАЙ
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Новости
22 Май , 15:10

Мауыҡтырғыс ярыш

Тарабердин ауылында махсус яһалған юлда мотокросс буйынса район беренселегенең башланғыс этабы үтте. Һуңғы ваҡытта был ярыштар йыл һайын үткәрелә. 

Мауыҡтырғыс ярыш
Мауыҡтырғыс ярыш

 

Кросста беҙҙең район, Өфө, Учалы, Салауат һәм Стәрлетамаҡ ҡалаһынан мотоцикл спортын һөйөүсе һикһән егет һәм ҡыҙ ҡатнашты. Улар төрлө класс һәм категорияларында иң көслөләрҙе асыҡланы.

Спортсыларҙың күпселеге бындай ярыштарҙа улар өсөн иң мөһиме еңеү түгел, ә ыңғай тәъҫорттар булыуын билдәләне.

Район хакимиәте башлығы Марат Латипов та мотокросс һөйөүселәр араһында бер заезда көсөн һынап ҡараны.

–Мотоциклдарҙа уҙышыу бик еңел түгел икән. Унда юғары тиҙлек күрһәтеү менән бер рәттән, ҡом өйөмдәрен, киҫкен боролоштарҙы,  трамплиндар аша үтергә кәрәк. Ярыш бик мауыҡтырғыс булды. Сарала ҡатнашҡан һәр кем көслө адреналин алды, – тип яҙа ул социаль селтәрҙәге битендә.

Район хакимиәте башлығы ярышты ойошторғандары, районда спорттын мотокросс кеүек төрөн үҫтергәндәре өсөн «Мото-Тайфун» клубы етәкселегенә рәхмәт белдерҙе.

Мауыҡтырғыс ярыш
Мауыҡтырғыс ярыш
Мауыҡтырғыс ярыш
Автор:Айгөл ВӘЛИЕВА
Читайте нас: