-12 °С
Болотло
Ләкин тыныс тормош оҙаҡҡа бармай – Бөйөк Ватан һуғышы башлана. Дауыт үҙ теләге менән фронтҡа китә һәм легендар генерал Миңнеғәли Шайморатов етәкселегендәге дивизияла уҡсы булып хеҙмәт итә.
1942 йылда ҡаты алыштарҙың береһендә хәбәрһеҙ юғала. Һуғыш тамамланғандан һуң Смоленск өлкәһендә Дауыт Мирғәли улы Юлановтың ҡәберен табалар. Уны ауыл кешеләре ҡарап, тәртиптә тота. Бының өсөн изге күңелле кешеләр алдында оло хөрмәт менән баш эйәбеҙ.