Ул дүрт этаптан торҙо. Бында тәбиғи матурлыҡ ҡына түгел, ә һөйкөмлө булыуҙын бөтөн нескәлектәре – үҙ-үҙеңде күрһәтә, тәъҫир итә белеү ҙә баһаланды. Ҡыҙҙарҙың әҙерләгән ризыҡтарын тәҡдим итеүе һәм аш-һыуға оҫталығы, һәләттәрен күрһәтеүсе ижади номеры, холоҡ сифаттарын сағылдырыусы визит карточкаһына баһа бирелде.
Мөләйем йылмайыу, асыҡ ҡараш, матурлыҡ, нәзәҡәтле буй-һын һәм ышаныслы аҙымдар – былар барыһы ла һылыуҡайҙарға тамашасы менән элемтә тоторға һәм көслө алҡыштар яуларға ярҙам итте.
«Кушнаренко гүзәле» конкурсының дүрт этабы һөҙөмтәләре буйынса Аида Шәрипова, Аделина Шђйхелисламова, Камилла Сәлиева, Регина Фәтихова, Эвелина Шафиҡова, Вилена Төхвәтуллина, Динара Хәйруллина, Ангелина Плотникова, Илвира Мәүзитова төрлө номинацияларҙа билдәләнде.
Алһыу Әхмәҙуллина – өсөнсө, Дана Брагару – икенсе, Рената Ғәлиева беренсе урындарҙы алыуға иреште, Даян Мурзин исемендәге күп профилле һөнәри колледж студенты Азалия Исхаҡова Гран-приға лайыҡ булды.