САРМАНАЙ
+16 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
6 Май , 14:05

Иҫтәлекле фоторәсем

Бөгөн фоторәсемдәр менән бер кемде лә ғәжәпләндереп булмай. Һәр кем көн эсендә бер нисә фотоһүрәт төшөрә ала. Моғайын, шуға ла уларҙың ҡәҙере юғала.

Иҫтәлекле фоторәсем
Иҫтәлекле фоторәсем

 

Ә бына иҫке фоторәсем менән эштәр бөтөнләй башҡаса. Ҡартәсәйебеҙ менән ҡартатайыбыҙҙың йортонда бер фоторәсем һаҡлана. Ҡартәсәйебеҙ уның баһаһы юҡ тип һанай, сөнки ул шундай берҙән-бер фоторәсем. Унда беҙҙең ҡарт ҡартатайыбыҙ Әлтәф Моратов төшөрөлгән. Ул Яңы Баҡай  ауылында тыуып үҫкән.

Беҙҙең өсөн дә был фоторәсем үҙенсә ҡәҙерле һәм ҡиммәт. Сөнки беҙ Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡан ҡарт ҡартатайымды нәҡ ошо  һүрәт аша ғына танып беләбеҙ.

 Ҡарт ҡартатайыбыҙҙы 1941 йылда Ҡыҙыл Армия сафына алалар. Хәрби хеҙмәтен ул саперҙар взводында үтә. Көндәрҙән бер көндө улар алдына һөжүм итеүсе немецтар алдындағы күперҙе шартлатырға бурыс ҡуялар.

Әммә ниндәйҙер сәбәп  менән күпер тейешле ваҡыттан алда шартлай. Бының һөҙөмтәһендә ҡарт ҡартатайыбыҙ аңын юғалта һәм әсирлеккә эләгә. Бында күптәр аслыҡтан, һыуыҡтан, ауыр һәм йонсотҡос эштән, төрлө сирҙән үлә. Фашист һалдаттары әсирҙәрҙе нисек теләйҙәр, шулай мыҫҡыл итәләр. Әммә кешеләр бирешмәй, рухтарын төшөрмәйҙәр, ҡот осҡос шарттарҙа ла бер-береһенә ярҙам итергә тырышалар: Кеше ышанмаҫлыҡ шарттарҙа көн күрһә лә, ҡарт ҡартатайыбыҙ иҫән ҡала. Биш йылдан артыҡ ғүмере әсирлектә һәм төрмәләрҙә үтә.

Беҙҙең өсөн ул Ватаны өсөн көрәшеүсе, Туған илен һөйгән ысын батыр булып ҡала.

Күҙ алдыбыҙҙа ҡарт ҡартатайыбыҙ һүрәтләнгән берҙән-бер фоторәсем. Уның йөҙө тәүәккәллек, ҡыйыулыҡ һәм изге күңеллелек менән нурланғандай. Фотоһүрәттәге ҡәҙерле кешебеҙҙең һуҡыр ҡалған күҙҙәре күпте күргән, күпте кисергән. Әммә ул лайыҡлы ғүмер йәшәгән. Был фоторәсемгә ҡарап: «Ҡартатайыбыҙ, Еңеү өсөн һиңә рәхмәт. Беҙ һинең менән ғорурланабыҙ!» –тип әйтәке килә.

Эмир, Имил һәм Элина Ғабделхаҡовтар. Ҡарасайылға.

Иҫтәлекле фоторәсем
Иҫтәлекле фоторәсем
Иҫтәлекле фоторәсем
Иҫтәлекле фоторәсем
Автор:Айгөл ВӘЛИЕВА
Читайте нас: