САРМАНАЙ
-5 °С
Ясно
Новости
2 Мая 2024, 10:05

Яҙ һәм хеҙмәт байрамы иҫтә ҡалырлыҡ булды

1-се май – Яҙ һәм хеҙмәт байрамы һәр быуын вәкиленең күңелендә кешеләрҙе берләштереүсе һәм хеҙмәткә дан йырлаусы байрам булараҡ урын алып тора. Ошо уңайҙан был көндө район халҡы өсөн Саҡмағош үҙәгендәге Ғаилә ялы паркында тантаналы сара ойошторолдо.

Добавить в предпочтительные источники Google
Яҙ һәм хеҙмәт байрамы иҫтә ҡалырлыҡ булдыЯҙ һәм хеҙмәт байрамы иҫтә ҡалырлыҡ булды
Яҙ һәм хеҙмәт байрамы иҫтә ҡалырлыҡ булды

Яҡташтар һәм район ҡунаҡтары ижади коллективтар һәм үҙешмәкәр артистарҙың сығыштарын ҡарап, оҫталар ярминкәһендә тәҡдим ителгән тауарҙарҙы һатып ала алды. Бында шулай уҡ тематик майҙансыҡтар да эшләне. “Беҙ – Рәсәй граждандары” акцияһы сиктәрендә 14 йәше тулған йәш райондаштарыбыҙға паспорттар һәм “Йыл ғаиләһе” Дөйөм Рәсәй бәйгеһендә ҡатнашҡан күп балалы Сәлимгәрәйевтар ғаиләһенә конкурстың Дипломы тапшырылды. Байрам сараһының иң сағыу һәм көтөп алынған ваҡиғаһы ҡышҡы сезондан һуң бындағы фонтанды асыу тантанаһы булды. Ул тиҙ арала парктың балаларҙы ла, өлкәндәрҙе лә үҙенә йәлеп итеүсе нөктәһенә әйләнде.
Билдәле булуынса, өлкән һәм урта быуын вәкилдәре өсөн Беренсе май көнө байрам демонстрациялары менән иҫтәлекле. Ошоно күҙ уңында тотоп, Саҡмағош гимназияһының 7-се “а” класы уҡыусылары һәм уларҙың етәкселәре “Май байрамы тарихы биттәрен асып” тигән акцияла ҡатнашты. Улар Советар Союзы осорондағы Беренсе май демонстрацияһы образы һәм мөхитен тергеҙеп, парк аллеяларынан үттеләр.

Яҙ һәм хеҙмәт байрамы иҫтә ҡалырлыҡ булды
Яҙ һәм хеҙмәт байрамы иҫтә ҡалырлыҡ булды
Яҙ һәм хеҙмәт байрамы иҫтә ҡалырлыҡ булды
Яҙ һәм хеҙмәт байрамы иҫтә ҡалырлыҡ булды
Яҙ һәм хеҙмәт байрамы иҫтә ҡалырлыҡ булды
Автор:Рәзилә Арыҫланова
Читайте нас