САРМАНАЙ
+4 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
24 Апрель , 12:25

Теннис буйнса беренселек

Өҫтәл теннисы буйынса Кушнаренкола райондын асыҡ беренселеге үтте. Спорттың был мауыҡтырғыс һәм хәрәкәтле төрөндә иң яҡшыларҙы асыҡлау өсөн төрлө йәштәге кешеләр йыйылды.

Теннис  буйнса беренселек
Теннис буйнса беренселек

 

Турнирҙа ҡатнашыусылар ике төркөмгә бүленде. Уларҙың енеүселәре беренсе урын өсөн алышты.

–Киләсәктә лә төрлө турнир һәм ярыштар үткәрәсәкбеҙ. Өҫтәл теннисы – ябай уйын ғына түгел, унда етеҙ, иғтибарлы булыу талап ителә. Спорттың был төрө район предприятиелары һәм ойошмалары коллективтары араһында үткәреләсәк ярыштар календарында беренсе урында тора. Ярыштарҙа ҡатнашыусылар арта барыр, тип ышанам,  – тип белдерҙе муниципалитет башлығы Марат Латипов.

 Асыҡ беренселек һөҙөмтәләре буйынса Виктор Кононов иң яҡшы һөҙөмтә күрһәтте. Вил Еникеев – икенсе, Вадим Костромин өсөнсө урындарҙа. 

Автор:Айгөл ВӘЛИЕВА
Читайте нас: