САРМАНАЙ
+4 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
24 Апрель , 09:40

Беҙҙекеләр- чемпион!

Борай ауылында ун бер-ун ике йәшлек һәм унан кескәйерәк малайҙар араһында флорбол буйынса Башҡортостан Республикаһы беренселеге үтте. Унда Борай, Өфө райондарынан икешәр, Пермь өлкәһенән бер һәм беҙҙең райондан «Кристалл» командаһы ҡатнашты.

Беҙҙекеләр- чемпион!
Беҙҙекеләр- чемпион!

 

Көслө уйындарҙа барлыҡ көндәштәрен еңеп, Кушнаренко районы егеттәре алтын миҙал  яуланы. Дүртөйлө ҡалаһы командаһы көмөш миҙалға лайыҡ булды. Өфө районының Миловка ауылы флорболсылары өсөнсө урынға сыҡты.

«Кристалл» командаһы ағзаһы Самир Кәримов иң яҡшы бомбардир, тип табылды.

Командаларға кубок, миҙал һәм дипломдар тапшырылды. Балалар спорт мәктәбе тренер-уҡытыусыһы Артур Хәбиров республикала флорболды үҫтереүгә индергән ҙур өлөшө өсөн флорбол федерацияһының Рәхмәт хаты менән бүләкләнде.

Автор:Айгөл ВӘЛИЕВА
Читайте нас: