САРМАНАЙ
+4 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
19 Апрель , 09:25

Көмөш миҙал алдылар

Салауат ҡалаһының «Нефтехимик» спорт һарайында хеҙмәт ветераны, Башҡортостан Республикаһының мәғариф отличнигы, ҡалаһының Балалар спорт мәктәбе тренеры Тамара Фидоренко иҫтәлегенә баскетбол буйынса төбәк турниры үтте.

Көмөш миҙал алдылар
Көмөш миҙал алдылар

 

Унда Өфө, Ишембай, Салауат, Ырынбур ҡалалары һәм Кушнаренко районы спортсылары ҡатнашты.

Тренер-уҡытыусы Александр Владимиров етәкселегендә «Глория» ҡыҙҙар командаһы район данын лайыҡлы яҡланы. Һәр ҡайһы көслө барған уйындарҙың күпселегендә еңеп, беҙҙең ҡыҙҙар икенсе урынды алдылар һәм көмөш миҙал менән бүләкләнделәр.

Команданы һәм тренерҙы юғары һөҙөмтә менән тәбрикләйбеҙ, спортта яңы ҡаҙаныштар теләйбеҙ.

Автор:Айгөл ВӘЛИЕВА
Читайте нас: