САРМАНАЙ
+9 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
12 Апрель , 15:10

Был көн – Ватаныбыҙ ғорурлығы

Бөгөн илебеҙҙә бик күп ватандаштарыбыҙҙың күңеленә айырыуса яҡын булған, йөрәктәрҙе илебеҙ өсөн ҙур ғорурлыҡ менән балҡытҡан байрам – Космонавтика көнө билдәләнә.

Был көн – Ватаныбыҙ ғорурлығы
Был көн – Ватаныбыҙ ғорурлығы

 1961 йылдың тап ошо көнөндә кешелек тарихында беренсе тапҡыр совет космонавты йыһан Корабында ғәләм киңлектәрен буйһондороуға беренсе аҙым яһап, Ер планетаһы орбитаһын әйләнеп сыға. Ерҙең беренсе космонавты, легендар ватандашыбыҙ Юрий Алексеевич Гагариндың исемен белмәгән кеше илебеҙҙә генә түгел, донъяла ла юҡтыр ул, моғайын. 108 минут дауам иткән тәүге осош уны ысын мәғәнәһендә тере легенда итте.
    Бөтә донъя Авиация һәм космонавтика көнө, шулай уҡ күптән түгел генә билдәләнгән легендар космонавт Юрий Гагариндың тыуыуына 90 йыл тулыу уңайынан районыбыҙҙың мәҙәниәт һәм мәғариф учреждениеларында байтаҡ тематик саралар үтте. Ошо айҡанлы Тайнаш ауылы китапханаһы китапханасыһы Гүзәл Ханова Ҡаран ауылында йәшәүсе балалар өсөн “Космосҡа сәйәхәт” тип исемләнгән мәғлүмәт сараһы ойошторҙо. Уның барышында балалар ғәләм киңлектәренә мауыҡтырғыс сәйәхәт яһаны. Был сарала улар астрономия фәне, йондоҙҙар һәм галактикалар, планеталар һәм кометалар донъяһы менән танышты, беренсе космонавт Юрий Гагарин тураһында китапханасы апайҙары һөйләгәндәрҙе бирелеп тыңланылар. Сара барышында үҫмерҙәр викторина һорауҙарына яуап бирҙеләр, “йондоҙло” йомаҡтарға яуаптар эҙләнеләр, хәрәкәтле уйындарҙа ҡатнаштылар. Мауыҡтырғыс сара ахырында уларга тәүге Ер кешеһенең ғәләмгә осоуы тураһындағы хәтерҙең нисек һаҡланыуы тураһында мәғлүмәт еткерелде. Ул илебеҙҙәге ҡалалар һәм ауылдар урамдары исемдәрендә, һәйкәлдәрҙә һаҡлана. Һәм шулай уҡ Рәсәйҙең шайбалы хоккей буйынса чемпионатының иң юғары бүләге лә “Гагарин Кубогы” исемен йөрөтә.
     Киндеркүл мәҙәниәт йортонда иһә ошо бөйөк көн уңайынан “Космосҡа юл” тип исемләнгән балалар һүрәттәре конкурсы ойошторолдо һәм “Ерҙең беренсе космонавты” күргәҙмә стенды эшләнде. Мәҙәният йорто етәксеһе Раушания Гәрәева конкурста ҡатнашҡан балаларға татлы тәмлекәстәр тапшырҙы.
      Иң кескәй райондаштарыбыҙ да был бөйөк көн һәм легендар космонавт Юрий Гагарин турында бәләкәйҙән үк белеп үҫә. Аблай ауылы балалар баҡсаһында тәрбиәләнеүсе малайҙар һәм ҡыҙҙар ҙа был көндө тәрбиәсе апайҙары Эльмира Мөхөйәнова менән космоска “сәйәхәт” яһап, ғәләм киңлектәре серҙәре тураһында башланғыс белем үҙләштерҙеләр.

Был көн – Ватаныбыҙ ғорурлығы
Был көн – Ватаныбыҙ ғорурлығы
Был көн – Ватаныбыҙ ғорурлығы
Был көн – Ватаныбыҙ ғорурлығы
Был көн – Ватаныбыҙ ғорурлығы
Был көн – Ватаныбыҙ ғорурлығы
Автор:Рәзилә Арыҫланова
Читайте нас: