САРМАНАЙ
+9 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
11 Апрель , 10:35

Ҙур байрамды ҡаршылап

Кисә бар мосолман донъяһы ай буйы ураҙа тотҡандан, игелекле ғәмәл-ғибәҙәттәр ҡылғандан һуң иң олуғ һәм мәртәбәле байрамдарҙың береһен – Ураҙа ғәйетен билдәләй. Ошо уңайҙан районыбыҙ мәсеттәрендә лә ғәйет намазы, вәғәҙ-хөтбәләр уҡылды.  

Ҙур  байрамды ҡаршылап
Ҙур байрамды ҡаршылап

Саҡмағош районының  үҙәк ғибәҙәт йорто булған "Әҙһәм-Бикә" мәсетенә байрам иртәһендә яҡташтар күпләп йыйылды. Улар араһында йәштәрҙең дә байтаҡ булыуы айырыуса һөйөнөслө.

Байрам Ҡоръән аяттары укыу менән башланды. Артабан ғәйеткә килеүсе дин ҡәрҙәштәребеҙ әлеге мәсеттең имам-хатибы, райондың  имам-мөхтәсибе ярҙамсыһы  Дилшод Шәрип улы Ҡасимходжаев етәкселегендә байрам намаҙын уҡыны, ул һөйләгән вәғәҙ-хөтбәне  тыңланы.  Мәсеткә йыйылыусыларҙы яҡты байрам менән котлап, муниципаль район хакимиәте башлығы Реканс Фәнил улы Ямалеев ғаиләләргә, илдәребеҙгә именлек теләне, изге теләктәр еткерҙе. Мәсеттең аҡһаҡалы Фәнзил Фәттәхетдин улы Кашапов һөйләгән вәғәҙ һәр кемдең күңеленә үтеп инерлек булды.

Бөтә дин ҡәрҙәштәребеҙҙе  ошо ҙур байрам менән ҡотлап, Аллаһ Раббыбыҙ изге эш-ғәмәлдәребеҙҙе  ҡабул ҡылһын, барлаҡ теләктәребеҙ тормошҡа ашһын инее, тибеҙ. Илебеҙ имен,  күгебеҙ тыныс, аяҙ булһын! Ҙур  байрамды ҡаршылап.

 

Ҙур  байрамды ҡаршылап
Ҙур  байрамды ҡаршылап
Ҙур  байрамды ҡаршылап
Ҙур  байрамды ҡаршылап
Ҙур  байрамды ҡаршылап
Ҙур  байрамды ҡаршылап
Ҙур байрамды ҡаршылап
Автор:Рәзилә Арыҫланова
Читайте нас: