САРМАНАЙ
+11 °С
Облачно
Новости
9 Апреля 2024, 06:35

Уртаҡ Еңеүгә үҙҙәренән өлөш индереп

Саҡмағоштар махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы яҡташтарыбыҙға ярҙам итеүҙе үҙ бурыстары итеп иҫәпләй.

Добавить в предпочтительные источники Google
Уртаҡ Еңеүгә үҙҙәренән өлөш индерепУртаҡ Еңеүгә үҙҙәренән өлөш индереп
Уртаҡ Еңеүгә үҙҙәренән өлөш индереп

Шуға ла, М.Шайморатов исемендәге волонтерҙар штабында гуманитар ярҙам йыйыу иғлан ителгәс тә, райондаштар ошо изге эшкә әүҙем ҡушыла. Был юлы Имәнлеҡул урта мәктәбе коллективы ла “Блиндаж шәме” акцияһында ҡатнашып, яугирҙәр өсөн шәмдәр эшләне һәм ошо рәүешле Еңеүҙе яҡынайтыуға үҙ өлөштәрен индерҙе. Әлеге йыл миҙгелендә улар яуҙағылар өсөн айырыуса күп талап ителә. Сөнки шәм ярҙамында йылынып та, кейемдәрҙе һәм аяҡ кейемдәрен киптереп тә, һыу ҡайнатып та, риҙыҡ йылытып та була.
Эшләнгән шәмдәр яҡшылап тартма-посылкаларға тултырылып, махсус хәрби операция  зонаһында бурыстарын үтәүсе яҡташтарыбыҙға оҙатылды. Улар илебеҙ бойондороҡһоҙлоғо өсөн көрәшкән райондаштарыбыҙға тыуған яҡтың ҡайнар сәләме булып ирешеп, кейемдәрен, риҙыҡтарын ғына йылытып ҡалмайынса, күңелдәренә лә йылылыҡ, яҡтылыҡ өҫтәр тип, ышанабыҙ. 

Уртаҡ Еңеүгә үҙҙәренән өлөш индереп
Уртаҡ Еңеүгә үҙҙәренән өлөш индереп
Уртаҡ Еңеүгә үҙҙәренән өлөш индереп
Уртаҡ Еңеүгә үҙҙәренән өлөш индереп
Автор:Рәзилә Арыҫланова
Читайте нас