САРМАНАЙ
+6 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
9 Апрель , 09:10

«Кристалл» – чемпион!

Кушнаренко ауылында ун өс-ун дүрт йәшлек һәм кескәйерәк йәштәге  малайҙар һәм ҡыҙҙар араһында флорбол буйынса Башҡортостан Республикаһы беренселеге үтте. Унда Благовещен, Магнитогорск ҡалалары, Кушнаренко, Өфө, Шишмә һәм Благовар райондары командалары ҡатнашты.

«Кристалл» – чемпион!
«Кристалл» – чемпион!

 

Турнирҙы асыу тантанаһында БР Флорбол федерацияһы рәисе Азат Садиҡов, район мәғариф бүлеге начальнигы вазифаһын башҡарыусы Гөлнара Ғирфанова һәм балалар спорт мәктәбе директоры Ринат Хәмәтдинов тәбрикләү һүҙе менән сығыш яһанылар.

Уйындар бер үк ваҡытта ике төркөмдә ойошторолдо. Төркөмләп уйнау этабы йомғаҡтары буйынса финал алыштары булды. Турнирҙың бронза миҙалы өсөн Шишмә районы һәм Благовещен ҡалаһы флорболсылары араһында көслө уйын барҙы. Һөҙөмтәлә 8:1 иҫәбенә ҡала командаһы еңде.

Чемпион исеме өсөн финал уйынына беҙҙең райондың «Кристалл» командаһы һәм Магнитогорск ҡалаһы спортсылары сыҡты. Кушнаренколар, еңеүгә ихтыяр көсө күрһәтеп, 3:2 иҫәбенә отто.

Рамир Шәрипов чемпионаттың иң яҡшы ҡапҡа һаҡсыһы, Эмиль Шәймөхәмәтов иң яҡшы һаҡсы тип табылды.

«Кристалл» командаһы ағзаларын һәм тренер-уҡытыусы Артур Хәбировты сираттағы енеүҙәре менән ҡотлайбыҙ.

Автор:Айгөл ВӘЛИЕВА
Читайте нас: