САРМАНАЙ
+6 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
8 Апрель , 16:30

Баҡса сезоны етте

Район хакимиәтендә коммерциялы булмаған баҡсасылыҡ ширҡәттәре рәистәре менән осрашыу үтте. Беҙҙенң муниципалитетта 33 баҡсасылыҡ ширҡәте ойошторолған. Улар Шәрип һәм Иҫке Ҡамышлы ауыл биләмәләрендә  урынлашҡан.

Баҡса сезоны етте
Баҡса сезоны етте

 

Иҫке Ҡамышлы ауыл Советындағы «Коммунальник» ширҡәте иң ҙурыһы. Ул ете йөҙгә яҡын ағзаны берләштерә.

Сараны асып, район хакимиәте башлығы Марат Латипов дача сезоны башланыр алдынан баҡсасыларҙы борсоған мәсьәләләр, уртаҡ тырышлыҡ менән уларҙы хәл итеү юлдары тураһында һөйләшәһе килеүен белдерҙе.

Район хакимиәте белгестәре баҡсасыларға дәүләт ярҙамы саралары тураһында һөйләнеләр. Коммерциялы булмаған «Урал» баҡсасылыҡ ширҡәте рәисе Евгений Ҡаһарманов ширкәттең грант алыуҙа ҡатнашыу тәжрибәһе менән бүлеште. Ширҡәт биш йөҙ мең һумлыҡ грант отҡан. Был аҡсаны спорт һәм балалар майҙансыҡтары төҙөүгә тотонорға ниәтләйҙәр.

Баҡсасылар үҙҙәрен ҡыҙыҡһындырған күп һорауҙар бирҙе. Ҡайһы берҙәренә шунда уҡ яуап алдылар, шулай уҡ бергәләп хәл итәһеләре лә бар.

Автор:Айгөл ВӘЛИЕВА
Читайте нас: