САРМАНАЙ
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Новости
4 Апрель , 10:35

Яҡташыбыҙ ялға ҡайтты

Саҡмағош районының бәрәкәтле тупрағында илебеҙҙең ышаныслы һаҡсылары лайыҡлы тәрбиә алып үҫә. Улар ерлегебеҙҙең һәм Ватаныбыҙҙың ысын патриоттары, үҙҙәре алдына ҡуйылған бурыстарҙы һүҙ тейҙермәҫлек итеп башҡара.

Яҡташыбыҙ ялға ҡайтты
Яҡташыбыҙ ялға ҡайтты


Махсус хәрби операция бурыстарын үтәүсе яугир райондаштарыбыҙ әленән-әле ҡысҡа ваҡытлы ялға ҡайтып тора. Ошо көндәрҙә уларҙың береһе район хакимиәте башлығы Реканс Фәнил улы Ямалеев менән осрашты. Әңгәмә барышында яугир яуҙаштарының хеҙмәт итеү шарттары тураһында һөйләп, уларҙың сәләмдәрен һәм үтенестәрен еткерҙе, алғы һыҙыҡтан фотоһүрәттәр менән уртаҡлашты. Район етәксеһе менән һөйләшеү барышында яугирҙәргә ярҙам итеү мәсьәләләре лә тикшерелде.
Беҙ илебеҙ бойондороҡһоҙлоғо һағында тороусы яҡташтарыбыҙҙың һау-сәләмәт булып, мөмкин ҡәҙәр тиҙрәк еңеүҙәр яулап, барыһының да тыуған яҡтарға, яҡындары янына ҡайтыуҙарын көтөп ҡалабыҙ.
Шуныһын да әйтеү артыҡ булмаҫ, әлеге ваҡытта районда мобилизация буйынса илде һаҡларға киткән яҡташтарыбыҙ өсөн сираттағы гуманитар ярҙам йыйыу бара. Яугирҙәр өсөн кәрәкле әйберҙәрҙе 9 апрелгә ҡәҙәр Саҡмағоштоң Кооператив урамы, 61-се һанлы бина адресы буйынса урынлашҡан М.Шайморатов исемендәге волонтерҙар штабына тапшырырға була.

Яҡташыбыҙ ялға ҡайтты
Яҡташыбыҙ ялға ҡайтты
Автор:Рәзилә Арыҫланова
Читайте нас: