САРМАНАЙ
+9 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
4 Апрель , 15:40

Тормош йәмен тойоп йәшәр өсөн

4 апрелҙә Бөтә донъя сәләмәтлек көнө билдәләнә.

Тормош йәмен тойоп йәшәр өсөн
Тормош йәмен тойоп йәшәр өсөн

Ошо датаға арнап Баҡалы психоневрология интернатының филиалы булған Саҡмағош районындағы Рәжәп ауылы бүлегендә өлкән йәштәге һәм һаулыҡ торошо арҡаһында мөмкинлектәре сикләнгән тәрбиәләнеүселәр өсөн “Был донъяла һин бер үҙең генә түгел” тип исемләнгән сара үтте. Был әңғәмә-байҡауҙы “Кәртәләрҙе еңеү” (“Преодоление”) клубы сиктәрендә ауыл мәҙәниәт йортындагы китапхана хеҙмәткәре Гөлнур Ғалимова ойоштороп үткәрҙе.
“Сара барышында беҙ йәнәшебеҙҙәге һаулығы торошо буйынса мөмкинлектәре сикләнгән кешеләр тураһында һөйләштек”, – ти ул. Китапханасы сарала ҡатнашыусыларға үз тормыштары, көндәлек ауырлыҡтарҙы еңеү өлгөһөндә йәшәү өсөн көрәш алып барған әҙәби геройҙар тураһында һөйләне. Был геройҙар проблемалар менән көрәшеп ҡалырға ғына өйрәтмәй, тулы ҡанлы, әүҙем тормош алып барыу, тирә-яҡтағылар, яҡындар менән мөнәсәбәттәрҙе көйләү, яңғыҙлыҡты еңеүгә ҡағылышлы фәһемле кәңәштәр дә бирә.
Быйыл республикала иғлан ителгән Һаулыҡ торошо арҡаһында мөмкинлектәре сикләнгән кешеләр тураһында хәстәрлек йылында ойоштороп үткәрелгән был сара айырыуса көнүҙәк һәм файҙалы булды.

Тормош йәмен тойоп йәшәр өсөн
Тормош йәмен тойоп йәшәр өсөн
Тормош йәмен тойоп йәшәр өсөн
Автор:Рәзилә Арыҫланова
Читайте нас: