САРМАНАЙ
+6 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
4 Апрель , 14:45

Сәрмәсән ярҙарынан сыҡты

2 апрелҙә республика телевидениеһында яҙғы ташкынды үткәрү мәсьәләләренә арналған брифинг үтте.

Сәрмәсән ярҙарынан сыҡты
Сәрмәсән ярҙарынан сыҡты
  • Унда министрлык һәм ведомстволар вәкилдәре был хәвефле осорҙо үткәреүгә әҙерлек буйынса сығыш яһап, һорауҙарға яуап бирҙеләр. Сара барышында бәйләнешкә сыҡҡан Башҡортостандың Гидрометеорология һәм тирә-яҡ мөхитте күҙәтеү буйынса идаралығының Гидрометүҙәк начальнигы Анна Козаева сығышында беҙҙең Саҡмағош районының Яңы Йомран ауылы ла телгә алынды. Ул Сәрмәсән ярында урынлашҡан был ауыл эргәһендә боҙ торғоно күҙәтелә, шул рәүешле йылганың ярҙарынан ташыу хәүефе барлыҡҡа килә тип билдәләгәйне. Ул сығыш яһаған ваҡытҡа Сәрмәсән йылғаһында һыу күтәрелеше 399 сантиметр тәшкил иткән.
    Беҙ әлеге көндә был зонала хәлдең нисек булыуын асыҡлау маҡсаты менән Яңы Йомран ауылы ҡараған Бәшир ауыл биләмәһе хакимиәте башлығы Әдис Әхнәф улы Хәсәновҡа мөрәжәғәт иттек. “Көтөлгәнсә, ауыл эргәһендә Сәрмәсәндә һыу күтәрелеп, йылға ярҙарынан сыҡты.Ул тулыһынса асылып, боҙ китеп бөттө. Әлеге ваҡытта эвакуацияләнеүсе кешеләр юк. Ауыл халҡына бөтә талап ителгән әйберҙәрҙе – икмәк, дарыуҙар, көндәлек кәрәк-яраҡтарҙы килтереп торабыҙ. Тәүлек әйләнәһенә дежурство ойошторолдо. Йылға ағымы тыныс, көтөлмәгән ғәҙәттән тыш хәлдәр килеп тыумаҫ тип өмөтләнәбеҙ”, – тине ул.
    Дөйөм алғанда, ташҡынға әзерлек сиктәрендә беҙҙең Саҡмағош районында күләмле эштәр башҡарылды. Ғәҙәттән тыш хәлдәр барлыҡҡа килгән осраҡта файҙаланыласаҡ техника һәм йыһазҙар әҙерлек һыҙығына ҡуйылды. Махсус хеҙмәттәр тиҙ арала урындарға сығарға әҙер, һыу ташыу хәүефе булған урындар даими мониторинглана, урындарда киҙеү (дежурство) ойошторолған.
Автор:Рәзилә Арыҫланова
Читайте нас: