САРМАНАЙ
+4 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
2 Апрель , 10:50

Яҙғы ташҡын осорона әҙерлек сиктәрендә

Апрель айы – яҙғы ташҡындар осоро. Ҡар айырыуса күп яуған быйылғы ҡыштан һуң унын нинди буласағын әлегә фараҙлап та булмай торғандыр, мөғайын. Уның ҡайһы көндә, ҡайһы сәғәттә башланасағын, күпме ваҡыт дауам итәсәген дә алдан билдәләп, әйтеп булмай.

Яҙғы ташҡын осорона әҙерлек сиктәрендә
Яҙғы ташҡын осорона әҙерлек сиктәрендә


Беҙҙең Саҡмағош районында был хәүефле осорға әҙерлек ҡыш ахырынан уҡ башланды. Ошо әҙерлек сиктәрендә район үҙәгендә яҙғы ташҡын осоронда ҡулланыласаҡ техника смотры үткәрелде. Ғәҙәттән тыш хәлдәр барлыҡҡа килгән осраҡта файҙаланыласаҡ техника һәм йыһазҙар тәртипкә килтереп, әзерлек һыҙығына ҡуйылды. Махсус хеҙмәттәр тиз арала урындарға сығарға әҙер, һыу ташыу хәүефе булған урындар даими мониторинглана, урындарҙа киҙеү (дежурстволар) ойошторолған.
Райондың ауыл биләмәләрендә был йәһәттән тейешле әҙерлек эштәре башҡарылды. Яңы Ҡото ауыл биләмәһенә ҡараған бөтә ауылдарҙа ла яҙғы ташҡынды хәүеф-хәтәрһеҙ үткәреү маҡсатында әҙерлек эштәре алып барылды, ҡанауҙар ҡарҙан таҙартылды.

Яҙғы ташҡын осорона әҙерлек сиктәрендә
Яҙғы ташҡын осорона әҙерлек сиктәрендә
Яҙғы ташҡын осорона әҙерлек сиктәрендә
Яҙғы ташҡын осорона әҙерлек сиктәрендә
Автор:Рәзилә Арыҫланова
Читайте нас: