САРМАНАЙ
+4 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
2 Апрель , 09:50

Ватан хаҡына

Матвеев ауыл Советының Иҫке Баҫҡаҡ ауылында махсус хәрби операцияла һәләк булған контракт хеҙмәте рядовойы Айҙар Наил улы Минһажев менән хушлашыу митингыһы үтте.

Ватан хаҡына
Ватан хаҡына

 

Һалдатты һуңғы юлға оҙатырға туғандары, дуҫтары, ауылдаштары йыйылды.

Башҡортостан Республикаһының ер һәм мөлкәт мөнәсәбәттәре министры урынбаҫары Рөстәм Ғиззәтуллин, район хакимиәте башлығы Марат Латипов, һуғыш, хеҙмәт, Ҡораллы Көстәр һәм хоҡуҡ һаҡлау органдары ветерандарының район советы рәисе Венер Ғәлимов, Афғанстанда хәрби хәрәкәттәрҙә ҡатнашыусы Павел Кулинцев мәтәм митингыһында сығыш яһап, мәрхүмдең туғандары һәм яҡындарының ҡайғыһын уртаҡлаштылар.

Митингта ҡатнашыусылар яугирҙы бер минут тын ҡалып иҫкә алдылар.

Контракт хеҙмәте рядовойы Айҙар Минһажев атаһының кесе ватаны Яҡуп ауылы зыяратында ерләнде.   

Ватан хаҡына
Ватан хаҡына
Ватан хаҡына
Автор:Айгөл ВӘЛИЕВА
Читайте нас: