САРМАНАЙ
+1 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
Новости
2 Апрель , 10:40

Спартакиада үтте

Муниципаль райондың белем биреү ойошмалары хеҙмәткәрҙәре араһында «Сәләмәтлек» спартакиадаһы иҫәбенә йомғаҡлау ярыштары үтте. Уның программаһына волейбол, өҫтәл теннисы, йөҙөү һәм шахмат уйыны инде.

Спартакиада үтте
Спартакиада үтте

 

Өҫтәл теннисы буйынса шәхси иҫәптђ беренсе урынды Ришат Нурғәлиев менән Ғәлиә Ғәзизова алды. Ринат Йыһангиров һәм Рәзилә Ғәлимйәнова – икенсе, Наил Яримов менән Луиза Мансурова өсөнсө урындарҙа.

Шахмат алыштарында ла иң көслө уйынсылар асыҡланды. Наилә Ғималетдинова һәм Резеда Митрофанова иң яҡшы һөҙөмтә күрһәтте. Фирзәнә Хәйретдинова һәм Линиза Әминева икенсе урынға сыҡты. Илзәрә Әхмәрова һәм Ирина Ильясова өсөнсө урынды алды.

Илле метр араға йөҙөүҙә Нина Аранцева, Айгөл Мәһәҙиева, Азат Ғатауллин һәм Альберт Дәүләтшин иң етеҙҙәре булып сыҡты. Луиза Мансурова, Елена Ильясова, Ринат Йыһангиров һәм Илшат Сабиров көмөш миҙалға  лайыҡ булды. Гөлнара Ғимазетдинова һәм Елена Дунина –  өсөнсө урында.

Волейболсылар араһында 1-се Кушнаренко урта мәктәбе командаһына тиңдәр табылманы. Гимназия спортсылары – икенсе, Иҫке Ҡормаш урта мәктәбе волейболсылары өсөнсө урындарҙы алды.

Спартакиада үтте
Спартакиада үтте
Спартакиада үтте
Автор:Беҙҙең хәбәрсебеҙ
Читайте нас: