САРМАНАЙ
+6 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
2 Апрель , 16:35

“Дуҫлыҡ тирмәһе”ндә сығыш яһанылар

Беҙҙең районда балалар һәм үҫмерҙәрҙең сәләттәрен үҫтереүгә ҙур иғтибар бүленә. Күптән түгел генә Саҡмағоштағы Балалар ижад үҙәгендә район мәктәптәре уҡыусылары араһында “Башҡортостан ынйылары” театр-фольклор коллективтары республика конкурс-фестиваленең муниципаль этабы үткәрелгән ине. Ошо көндәрҙә йәнә бер сәнғәт бәйгеһе – республика күләмендәге “Дуҫлыҡ тирмәһе” фольклор байрамының муниципаль этабы үтте.

“Дуҫлыҡ тирмәһе”ндә сығыш яһанылар
“Дуҫлыҡ тирмәһе”ндә сығыш яһанылар


Уның барышында һәр ижади колектив милли бейеү, музыка һәм нәфис һүҙ оҫталығының үҙенсәлектәрен оҫта итеп аҫып бирә алды. Бөтә сығыштарҙа ла традицион мәҙәниәт сығынаҡтарына хөрмәт һәм үҙ туған еребеҙгә, кескәй Ватаныбыҙға тәрән мөхәбәт хистәре сағылыш тапты. Иҫтә ҡалырлыҡ сағыу номерҙарҙы берләштергән йөкмәткеле концерт программаһы бер кемде лә битараф ҡалдырманы.

“Дуҫлыҡ тирмәһе”ндә сығыш яһанылар
“Дуҫлыҡ тирмәһе”ндә сығыш яһанылар
“Дуҫлыҡ тирмәһе”ндә сығыш яһанылар
“Дуҫлыҡ тирмәһе”ндә сығыш яһанылар
“Дуҫлыҡ тирмәһе”ндә сығыш яһанылар
“Дуҫлыҡ тирмәһе”ндә сығыш яһанылар
“Дуҫлыҡ тирмәһе”ндә сығыш яһанылар
Автор:Рәзилә Арыҫланова
Читайте нас: