+8 °С
Облачно
Баҡайҙар был көндө Башҡортостан Республикаһының халыҡ шағиры, яҙыусы Мостай Кәримдең ҡыҙы Әлфиә Кәримова менән осраштылар. Баҡай ауылы – уның әсәһе Рауза Суфиян ҡыҙының тыуған ере.
Рауза һәм Мостай Кәримовтар алтмыш ике йыл бергә бәхетле никахта ғүмер кисерҙеләр. Әлфиә ханым ата-әсәһен иҫкә алып, уларҙың бер-береһен хөрмәт итеүҙәре, бер йән булып йәшәүҙәре хаҡында һөйләне. Баҡайға ла эҙ һыуытмауҙары, ҡунаҡҡа йыш ҡайтыуҙарын әйтте.
Баҡай урта мәктәбе уҡыусылары Мостай Кәримдең шиғырҙарын һөйләнеләр, уның һүҙҙәренә яҙылған йырҙарҙы башҡарҙылар.