Нәүрүҙ – халыҡтың ҡышты оҙатыу, яҙҙы ҡаршылау байрамы. Ул элекке ваҡыттарҙан уҡ килгән. Был байрам көн менән төн тигеҙләшкән осорҙа билдәләнеп, тәбиғәттең уяныуын, тормоштоң тантана итеүен, йылдың уңышҡа бай булыуына өмөттө символлаштыра. Бер үк ваҡытта Нәүрүҙ – именлек һәм изгелек, ҡунаҡсыллыҡ һәм муллыҡ байрамы ла.
Мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре тарафынан был байрамға күләмле һәм бай йөкмәткеле программа әҙерләнде. Сараға байрам хужабикәһе – Нәүрүҙбикә лә саҡырылды. Тик уның урынына тантанаға Ҡыш Бабай менән Мескәй әбей килә... Күңел асыу сараһы барышында Ҡыш Бабай менән Нәүрүҙбикә араһында ярыш бара. Сөнки һалҡын ҡыш хужаһы һис кенә лә үҙ урынын яҙға тапшырырға теләмәй. Тик ахырҙа шулай ҙа еңелергә мәжбүр була. Күңелле ярышты сараға килеүселәр бик ҡыҙыҡһынып тамаша ҡылды.
Билдәле булыуынса, ағымдағы йыл Башҡортостанда Һаулыҡ торошо арҡаһында мөмкинлектәре сикләнгән кешеләр тураһында хәстәрлек йылы тип иғлан ителде. Ошо айҡанлы сараға Яңы Балтас ауылындағы психо-неврология интернатында тәрбиәләнеүселәр ҙә саҡырылды. Байрамда ҡатнашыусылар улар менән бергәләп бейенеләр, халыҡ уйындарында ҡатнаштылар. Бында сара дауамында байрам рухы һәм күтәренке кәейеф хаҡимлыҡ итте. Ә инде был күңел асыу тамамланыу алдынан, традиция буйынса, Ҡышты кәүҙәләндергән ҡарасҡы яндырылды. Байрам артабан ҡоймаҡ-тәйекмәкле сәй табыны артында дауам итте.
Резеда Ниғманова,
Митрәй-Әйүп мәҙәниәт йорто етәксеһе.