САРМАНАЙ
+12 °С
Ясно
Новости
26 Марта 2024, 11:10

Йәш райондаштарыбыҙ форумда ҡатнашты

Күптән түгел Өфөнөң Рәсәй Геройы Максим Серафимов исемендәге “Патриот” паркында “Ир-егеттәр һөйләшеүе” тип исемләнгән йәштәр патриотик форумы үтте.

Добавить в предпочтительные источники Google
Йәш райондаштарыбыҙ форумда ҡатнаштыЙәш райондаштарыбыҙ форумда ҡатнашты
Йәш райондаштарыбыҙ форумда ҡатнашты


Был күләмле сарала Саҡмағош гимназияһы уҡыусылары Ренат Бәҙретдинов, Кирилл Капитонов һәм Рөстәм Әминов ҡатнашты. Форумға 250 мәктәп уҡыусыһы – атайҙары махсус хәрби операцияла бурыстарын үтәгән үҫмерҙәр, кадеттар һәм юнармияселәр саҡырылды. Иртәнге линейкала уларҙы Башҡортостан Башлығы Радий Фәрит улы Хәбиров сәләмләне.
Артабан форумға килеүсе йәш курсанттар төбәк етәксеһе Радий Хәбиров, Максимдың атаһы Владимир Серафимов, “Рәсәйҙең иң көслө кешеһе” турнирында дүрт тапҡыр еңеү яулаған Эльбрус Ниғмәтуллин, Башҡортостан Тикшереү комитетының айырыуса мөһим эштәр буйынса легендар тикшереүсеһе, Афған һуғышы ветераны Виктор Гурьев, йырҙар авторы һәм башҡарыусы Рәмил Бәҙәмшин, “Салауат Юлаев” хоккей командаһы капитаны Григорий Панин, көрәшсе, Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаты Джефф Монсон, Афған һуғышы ветераны, яугир-интернационалсы Дмитрий Глушко менән бергә иртәнге зарядкала ҡатнаштылар.
Артабан үҫмерҙәр “Батырҙар ярышы” ҡышҡы уйындарында етеҙлектә, өлгөрлөрлөктә көс һынаштылар. Ярыштарҙа еңеүселәрҙе төбәк Башлығы Радий Хәбиров бүләкләне. Улар араһында ярыштарҙа иң яҡшыһы тип танылған йәш райондашыбыҙ Ренат Бәҙретдиновтың та булыуы һөйөнөслө.

Йәш райондаштарыбыҙ форумда ҡатнашты
Йәш райондаштарыбыҙ форумда ҡатнашты
Йәш райондаштарыбыҙ форумда ҡатнашты
Йәш райондаштарыбыҙ форумда ҡатнашты
Йәш райондаштарыбыҙ форумда ҡатнашты
Автор:Рәзилә Арыҫланова
Читайте нас