САРМАНАЙ
+10 °С
Дождь
Новости
20 Марта 2024, 09:10

Мәңгегә бергә!

2024 йылдың 18 мартында Ҡырым ярымутрауының Рәсәйгә янынан ҡушылыуына ун йыл тулды. 2014 йылдын ошо көнөндә илебеҙ Президенты Владимир Путин ярымутрауҙың тиң хоҡуҡлы субьект сифатында РФ составына инеүе тураһында Рәсәй һәм Ҡырым Республикаһы араһында килешеүгә ҡул ҡуйҙы. Был мөһим тарихи ваҡиға күпселек тауыш менән Рәсәйгә ҡушылыуҙы хуплаған ҡырымдарҙыћ тормошон төптән үҙгәртте.

Добавить в предпочтительные источники Google
Мәңгегә бергә!Мәңгегә бергә!
Мәңгегә бергә!

 

Советтар Союзы Геройы Валентин Паширов исемендәге 1-се Кушнаренко урта мәктәбенең 6-сы ”ш” синыф уҡыусылары, сараны алып барыусылар Сәмирә Шәрипова һәм Милана Останина ярымутрауҙың тарихы, уның ғәжәйеп тәбиғәте һәм Ҡырым күперен тљҙөү тураһында  ентекле һөйләнеләр.

Никита Спирин, Әмир Насиров, Әльмир Хәбәбетдинов, Артем Емсин, Софина Барыева, Ильяр Сабиров, Константин Токарев, Станислав Мартьянов, Эльвина Йәнбирҙина, Элана Айытова Ҡырым, илебеҙ халыҡтарыныћ дуҫлығы, берҙәмлеге, ватансыллығы һәм туғандашлығы тураһында шиғырҙар уҡынылар.

Мансур Әхмәҙуллин «Йәнғәли» музыкаль композицияһын баянда һоҡланғыс башҡарҙы. 5-се “ш” синыф уҡыусылары, «Ағиҙелкәй» фольклор коллективы сығыштары концертҡа тағы ла йәм өҫтәне.

Байрам аҙағында балалар бергәләп «Ҡырым күпере» йырын йырланы.

Ҡырым һәм Севастополдең Рәсәйгә ҡушылыуы – тарихи ғәҙеллекте тергеҙеү символы ул. Илебеҙҙең тупланғанлығы һәм граждандарҙың берләшеүе һөҙөмтәһендә беҙ ауырлыҡтарҙы лайыҡлы еңәбеҙ һәм еңәсәкбеҙ ҙә. Беҙ мәңгегә бергә!

                                             

Мәңгегә бергә!
Мәңгегә бергә!
Мәңгегә бергә!
Автор:Беҙҙен хәбәрсебеҙ.     
Читайте нас