18 йәше тулған йәштәрҙән Виктория Мусина тауыш бирҙе. Ауылдың иң өлкән кешеһе, Мәктәптең элекке директоры, рус теле уҡытыусыһы Минлефнүнә Сәйфуллинаға 90 йәш тула. Миңеште урта мәктәбендә 1836-сы участка һайлау комиссияһы эшләй. Ике тораҡ пунктты хеҙмәтләндерә: Миңлеште һәм Барғыҙбаш. Исемлек буйынса 412 һайлаусының 350-һе 17 мартта сәғәт 12-гә тауыш бирҙе. Яртыһы-беренсе көндә. Бөгөн - 25 кеше. Тәүге тапҡыр, 18 йәшкә еткәс, 5 кеше һайланы. 1837-се участка һайлау комиссияһы Йәрмиә урта дөйөм белем биреү мәктәбендә асылған. Исемлек буйынса 266 һайлаусы. Уларҙың дүртәүһе алыҫта урынлашҡан Успеновка һәм Әтәс тораҡ пункттарында йәшәй. Һайлауҙарға унда юл таҙартылған. Был утарҙарға һайлау комиссияһы ағзалары үҙҙәре барған. 12 сәғәткә 204 һайлаусы тауыш биргән.