0 °С
Облачно
Тауыш биреүҙең беренсе көнөндә төп ағым иртән һәм киске яҡта халыҡ эштән ҡайтҡас уҙҙы. Киске 20 сәғәткә дөйөм исемлектән 41 процент һайлпусылар тауыш бирҙе. Икенсе көндө лә халыҡ әүҙем килә. -Ундан артыҡ 18 йәшкә еткәндәр беренсе тапҡыр тауыш бирә, - ти комиссия рәйесе Гөлнара Хәсәнова. - 6 һы кисә, бөгөн төшкә ҡәҙәр йәнә икеһе килде. 1810-сы участка һайлау комиссияһы ҡаланың балалар һәм үҫмерҙәр спорт мәктәбердә эшләй. Кисә бында 353 кеше тауыш бирһә, бөгөн төшкә ҡәҙәр 454 һайлаусы тауышын бирҙе.