САРМАНАЙ
+1 °С
Облачно
Новости
1 Марта 2024, 11:35

Сталиндан килгән рәхмәт

Шәрип ауыл биләмәһенең Мәмәк ауылында йәшәүсе оҙон ғүмерле Әнисә Ғәндәлиф ҡыҙы Арыҫланова 1929 йылда донъяға килгән. Ағинәйҙен хәтере яҡшы, зиһене асыҡ. Ул – Бөйөк Ватан һуғышы ветераны.

Добавить в предпочтительные источники Google
Сталиндан килгән рәхмәтСталиндан килгән рәхмәт
Сталиндан килгән рәхмәт

 

Ҡыҙҙың яҙмышы ул осорҙоң башҡа балаларыныҡынан айырылмай. Мәктәптә оҙаҡ уҡыу насип булмай. Шатлығын да, ҡайғыһын да күп күрә, сөнки үҫмер йылдары ҡотосҡос һуғыш осорона тура килә. Башҡалар менән бергә аслыҡ, яланғаслыҡты кисерә, кесе йәшенән өлкәндәр менән тин колхоз эшендә ҡатнаша.

–Ауыл халҡының самолет төҙөү өсөн аҡса йыйғандары иҫемдә. Үҙебеҙ ас-яланғас булһаҡ та, бының өсөн аҡса таптыҡ. Самолетты  төҙөп, фронтҡа  ебәргәндәр. Юғары Баш командующий Иосиф Сталин самолет төҙөүгә аҡса йыйғаныбыҙ, фронтҡа ярҙамыбыҙ, фиҙиҡәр хеҙмәтебеҙ өсөн безгә Рәхмәт белдерҙе, –тип иҫләй Әнисә инәй.

 

Автор:Беҙҙең хәбәрсебеҙ
Читайте нас