+2 °С
Облачно
Улар өсөн уҡыу йортонда әҙерлек төркөмдәре ойошторолдо. Төркөмдәрҙә буласаҡ кескәй уҡыусылар менән дәрестәр алып барыла. Был юлы педагогтар малайҙар һәм ҡыҙҙар өсөн мәктәп буйынса мауыҡтырғыс экскурсия әҙерләгән ине. Улар спорт һәм тамаша залдарында, шулай уҡ “Үҫеш нөктәһе” үҙәгендә лә булдылар. Психолог кабинетында ҙур ҡыҙыҡһыныу менән төрлө биремдәрҙе үтәнеләр, уйындарҙа ярыштылар, бейенеләр. Эскурсия уларға бик оҡшаны. Бындай саралар балаларға мәктәпкә, улар өсөн әлегә яңы булған уҡыусылар мөхитенә өйрәнергә ярҙам итә.