+4 °С
Облачно
«Башагроген» йәмғиәтенең йылҡы фермаһында төрлө йәштәге 700 баш аҫырала. Уларҙың һәр ҡайһыһы көндәлек иғтибар талап итә. Ат ҡараусылар Рәзим Ғәфүров, Денис Ғиззәтуллин, Сергей Добрищев, Раил Мөфтәхетдинов, Илдус Хәмитов, Марат Шәйәхмәтов, Айрат Яҡупов, ағалы-ҡуҫтылы Винир һәм Дамир Хафизовтар тырышлыҡтары менән айырылып торалар, үҙ вазифаларын еренә еткереп, намыҫлы башҡаралар.
Шулай уҡ механизаторҙар ҙа үҙ өлөштәрен индерә. Марсель Әхмәтйәнов, Радим Ғиззәтуллин, Айрат Зарипов һәм Салауат Сабитов үҙҙәренә ышанып тапшырылған техникала аттарҙы сенаж, бесән һәм һалам менән тәъмин итәләр.