САРМАНАЙ
+4 °С
Облачно
Новости
19 Января 2024, 09:20

«Аждаһа» ялға ҡайтты

Яҡташыбыҙ Айнур (позывнойы “Аждаһа”) махсус хәрби операциянан икенсегә ялға ҡайтты. Ғаиләһендә уны ҡатыны һәм ике улы ҡаршы алды. Улар  Людмила менән Кушнаренко ауылына килеп төпләнәләр. 

Добавить в предпочтительные источники Google

 

Яҡташыбыҙ мобилизация буйынса беренселәрҙән булып махсус хәрби операцияға китә. 

Айнур хеҙмәт иткән «Урал» подразделениеһы Силәбе өлкәһе һәм Башҡортостан Республикаһы егеттәренән ойошторолған.

Алғы һыҙыҡта яҡташыбыҙ хеҙмәттәштәре менән бергә блиндажда йәшәй, буржуйка мейесе яғалар. Кейем, туҡланыу менән тулыһынса тәъмин ителәләр, ялан кухняһы ҡайнар ашамлыҡтар әҙерләй. Һуғышсан бурыс үтәгәндә экипажға паек бирелә. “ГАЗ-66” автомобиле базаһында ҡоролған мунсала йыуынырға була. Ул беҙҙең райондан гуманитар ярҙам менән  ебәрелгән.

Мобилизация буйынса махсус хәрби операцияға киткән Айнурға беҙ  иҫән-һау тыуған яҡтарына еңеү менән әйләнеп ҡайтыуын теләп ҡалабыҙ.

Автор:Беҙҙең хәбәрсебеҙ.
Читайте нас