САРМАНАЙ
+2 °С
Облачно
Новости
6 Января 2024, 12:35

Яҡташ хоккейсылар боҙҙа осрашты

Байрам ялдары көндәрендә "Саҡмағош-Арена" һырғалағы боҙо бушап тормай тиһәк тә, һис арттырыу булмаҫ, моғайын.

Добавить в предпочтительные источники Google
Яҡташ хоккейсылар боҙҙа осраштыЯҡташ хоккейсылар боҙҙа осрашты
Яҡташ хоккейсылар боҙҙа осрашты

Көндөҙгө сәғәттәрҙә бында хоккей ярыштары ойошторолһа, артабан район халҡы киске сәғәттәргә ҡәҙәр тимераяҡта шыуа ала. Боҙҙағы иптәштәрсә осрашыуҙың сираттағыһы бөгөн, алтынсы ғинуарҙа үтте. Был көндө районыбыҙҙың илле йылдан артыҡ тарихҡа эйә булған хоккей данын үҙебеҙҙең республикала ғына түгел, тирә-яҡ төбәктәрҙә дә таратыусы яҡташ хоккейсылар командалары осрашты. Саҡмағоштың ҡырҡ йәштән һәм ун һигеҙ йәштән өлкәнерәк булған "Трактор" командалары уйынсыларының боҙҙағы алышын күҙәтеп, хоккейсыларға көс-дәрт бирергә уларҙың йәнатарҙары ла байтак йыйылды. Һәм әйтергә кәрәк, районыбыҙҙың легендар тренеры Фиҙрат Афзал улы Ғимаев етәкселегендә сыныҡҡан өлкән составтағы остаздар менән хоккейсыларҙың йәш быуыны вәкилдәре араһында барған боҙ алышы мауыҡтырғыс, ике яҡтың да ҡапҡалары алдында күҙәтелгән кейеренке миҙгелдәргә бай булды. Өлкән хоккейсыларыбыҙға күп йыллыҡ уйын тәжрибәһе ярҙам итһә, урта быуын уйынсыларыбыҙға йәшлек дарманы, был осрашыуҙа көндәштәре ролендә булған остаздарыннан күскән оҫталыҡ ярҙамға килгәндер, моғайын. Уйындың иҫәбен асып, көндәштәре ҡапҡаһына тәүге шайбаны "Трактор" командаһының остаздары индерҙе. Артабан инициатива йәш яҡташтарыбыҙ ҡулына күсте. Беренсе период 2:4 иҫәбе менән тамамланды. Икенсе тайм ахырына ул инде 4:7 булды. Мәғариф өлкәһендә "Остаздың иң юғары ҡаҙанышы – уның үҙен уҙған уҡыусыһы", – дигән һүҙҙәр бар. Ул спортҡа ла тулы ҡеүәтендә ҡағыла тиһәк тә, һис ялғыш булмаҫтыр, моғайын. Әлеге матчтың 7:11 иҫәбе менән йәш уйынсыларҙы берләштергән "Трактор" командаһы файҙаһына тамамланыуын уҡыусы-хоккейсыларҙың да, уларҙың остаздары булған "Трактор"ҙың өлкән составының да сираттағы ҡаҙанышы тип ныҡлы ышаныс менән әйтергә була. Тимәк, Фиҙрат Афзал улының остазлыҡ мәктәбе йәшәй, уның тәжрибәһен уҡыусылары лайыҡлы дауам итә. Бөгөнгө матч быны асыҡ дәлилләне

Яҡташ хоккейсылар боҙҙа осрашты
Яҡташ хоккейсылар боҙҙа осрашты
Яҡташ хоккейсылар боҙҙа осрашты
Яҡташ хоккейсылар боҙҙа осрашты
Яҡташ хоккейсылар боҙҙа осрашты
Автор:Рәзилә Арыҫланова
Читайте нас